

25 йәштән 75 йәшкә тиклемге ир-егеттәр йыйылған. Кәңәшләшкәндәр ҙә һәр кеме ҡатынына телефон аша "Мин һине яратам!" тигән смс-хәбәрҙе ебәрергә булған.
25 йәшлек ирҙең ҡатыны: "Мин дә һине яратам!" тип яуап яҙған.
35 йәшлек иргә: "Бөгөн дә эстеңме?" - тигән яуап килгән.
45 йәшлек ир: "Һиңә нимә булды? Һөйәркәләреңде иҫләп ултыраһыңмы?" - тигән яуап алған.
55 йәшлек иргә ҡатыны: "Һин берәйһенең номеры менән яңылышманыңмы ул?" - тип яҙып ебәргән.
65 йәшлеккә "Пенсияла ултыраһың, эшләмәйһең, ҡыйығың китеп бара шикелле" - булған яуап.
75 йәштәгеһенең әбейе улын саҡырып алған да:
- Улым, атайың бөтөнләй насарлаған, тиҙҙән китеп барыуы ихтимал. Бер-ике һарыҡты һимертеүгә
ҡуй. Әҙер торайыҡ", - тигән ти.
https://vk.com/bredkup