Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Вәт шәп кәңәш! Ҡолаҡ һал!

 Эҫе көндә ябыҡ аяҡ кейемендә оҙаҡ йөрөһәң, ул еҫләнә. Был осраҡ­ҡа кәңәш бар. Сығып китер алдынан кроссовка йәки туфли эсенә әҙерәк сода һалығыҙ. Ул тиҙ арала насар еҫте һеңдерә. Тик аҙаҡ барыбер аяҡ кейемегеҙҙе йыуырға онотмағыҙ.

Вәт шәп кәңәш! Ҡолаҡ һал!Вәт шәп кәңәш! Ҡолаҡ һал!
Вәт шәп кәңәш! Ҡолаҡ һал!

* Тирегеҙ ҡоро булһа, гиалурон кислотаһынан инъекциялар ярҙам итә, әммә был ҡиммәт, ниндәй һөҙөмтә бирере аңлашылмай. Ябай ғына ысул бар. Йылы пар менән битте йомшартырға ла зәйтүн майы һөртөргә кәрәк. Ете минут дауамында май һылап, массаж яһағыҙ. Әгәр был процедураны биш көн һайын эшләп торһаң, тирегеҙ үҙгәрер, сәләмәт һәм сағыуға әйләнер.

* Һытҡы, һәр ваҡыттағыса, ваҡыт­һыҙ килеп сыға. Ул һиҙелмәһен өсөн тональ крем түгел, күҙ өсөн ғәҙәти тамсылар ярҙам итә. Мамыҡ диск алабыҙ, уға тамсыларҙы сылатабыҙ һәм биш минутҡа һыуытҡысҡа һалабыҙ. Һуңынан ике минутҡа проблемалы урынға ҡуйып торорға кәрәк. Һытҡы бәләкәсәйәсәк һәм артыҡ һиҙелмәйәсәк.

* Биҙәнеп йөрөү матур, әлбиттә. Тик кис һайын уны йыуып ятырға кәрәк. Бының өсөн ниндәй генә ҡиммәтле саралар юҡ. Ә беҙ һеҙгә ябай, арзан юл тәҡдим итмәксебеҙ. Зәйтүн майы менән һыуҙы бергә өс нисбәтендә ҡушабыҙ һәм косметиканы йыуа торған сара әҙер. Был ҡатнашма хатта бик ныҡ торған тушь һәм тендәрҙе лә таҙарта, шул уҡ ваҡытта тирене лә ҡоротмай.

* Тональ крем йәки помада йыш ҡына кейемде бысрата. Таптарҙы бөтөрөүҙең ябай сараһы бар. Ҡыры­ныу өсөн крем алабыҙ, бысранған урынды шуның менән эшкәртәбеҙ һәм кер йыуыу машинаһына һала­быҙ. Был осраҡта тап тиҙерәк йыуыласаҡ.

* Помаданы бөтөрөү ҙә еңел түгел, әммә уның да ябай ысулы бар. Ни бары сәс лагы кәрәк. Уны помадалы тапҡа һиптерәбеҙ һәм бер нисә минутҡа ҡалдырабыҙ. Аҙаҡ шулай уҡ кер йыуыу машинаһына һалып йыуып алабыҙ.

* Водород перекисе күп ерҙә файҙаланыла. Уны көнкүрештә лә уңышлы тотонорға була. Мәҫәлән, кеданы ағартыу өсөн. Бының өсөн ике аш ҡалағы сода, бер аш ҡалағы водород перекисе һәм бер аш ҡалағы һыу ҡушырға кәрәк. Уның менән һарғайған кеданы эшкәртәбеҙ һәм егерме минуттан йыуабыҙ.

* Әйткәндәй, өс процентлы перекись менән тәҙрә йыуырға ла була: уны пульверизатор ярҙамында тәҙрәгә һибергә лә йомшаҡ сепрәк менән һөртөп алырға.

* Өйөгөҙҙә ҡашығаяҡ йыуа торған шыйыҡсағыҙ бөтһә, гәрсис онтағын файҙаланырға була. Ул хатта һыуыҡ һыуҙа ла майлы һауыт-һабаны еңел йыуа һәм тәбиғи ҙә булып тора.

https://haibh.ru/news/fay-aly-k-sht-r/2022-03-08/atyn-y-ar-a-fay-aly-k-sht-r-2719150

Автор:
Читайте нас