

Тәбиғәткә булған һөйөү эшҡыуарлыҡҡа юл аса аламы? Был һорауға яуап Мәләүездең булдыҡлы ир-егеттәренең береһе, эшҡыуар, «Смаков-Тур» фирмаһы етәксеһе Илдус Смаҡов менән әңгәмә барышында табылды.
Тамырҙары райондың Смаҡ ауылына барып тоташҡан, бала сағынан китап уҡырға яратҡан, тарих менән ҡыҙыҡһынған егет мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем ала. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай, һигеҙ йыл мәғариф өлкәһендә эшләргә өлгөрә.
Бынан биш йыл элек тормошон тулыһынса үҙгәртергә ҡарар итеп, эшҡыуарлыҡҡа тотонған райондашыбыҙ бөгөн халыҡҡа тыуған яғының хозур тәбиғәтен күрһәтеп, кеше аяғы баҫмаған серле урындарҙы асып, республиканың туризм үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.
- Мине һәр ваҡыт үҙ нәҫелем, ауылым, йәшәгән район-ҡала тарихы ҡыҙыҡһындырҙы. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуыма ла тап үҙ төйәгем тарихын яҡшы белеү ярҙам итте. Беренсе экскурсияға туғандарымды алып сығып, беҙҙәге хозур тәбиғәтте күрһәттем, «Башҡортостан» милли паркы һәм башҡа матур урындарға бәйле тарихтар менән таныштырҙым, - ти Илдус Ришат улы.
Ял базаһына төрлө йәштәге кешеләр килә. Рәсәйгә яҡын сит илдәр, Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары туристары араһында йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә бар.
Улар араһында ҡайнап торған ҡала тормошонан, ауыр эшенән арынып ял итергә теләүселәр байтаҡ. Юғары тиҙлеккә көйләнгән йәшәйештәгеләр шау-шыулы, күңел асыу өсөн мөмкинлектәре булған турбазаларҙы түгел, күңелгә һиллек, йәнгә тыныслыҡ биргәндәрен һайлай. Илдус Смаҡовтың биләмәһе тап шундай урындарҙың береһе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
- Республика Башлығы вазифаһында эшләүемдең тәүге көнөнән үк бизнес үҙеше өсөн шарттар булдырырға тырышам. Беҙ эшҡыуарҙар берләшмәһе һәм власть араһында коммуникациялар төҙөйбөҙ. Минең принципиаль ҡарашым – дәүләт ҡулында булған бөтә ресурстар ҙа эшләһен.
"Хәрби туғанлыҡ" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Салауат Нурлыбаев:
- Райондашыбыҙ Илдус Смаҡов булдырған йүнәлеште хуплайым. Ул халыҡҡа тыуған яҡтың тәбиғәтен күрһәтеү, матур урындар менән яҡындан таныштырыу ғына түгел, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.