* Кеше айына – 240 сәғәт, йылына 2880 сәғәт йоҡлай. Был 120 көн тигән һүҙ.
* Кешеләр – тере йәндәр араһында арҡаһында йоҡлай торған берҙән-бер зат.
* Леонардо да Винчи һәр дүрт сәғәт һайын 15-әр минут серем итеп алған. Наполеон Бонапарт тәүлегенә 4 сәғәт кенә йоҡлаған. Атаҡлы философ Кант шул тиклем оҙаҡ йоҡлай алған, хатта хеҙмәтсеһенә үҙен уятырға ҡушып ятырға мәжбүр булған. Вольфганг Гёте һәм Уинстон Черчилль иртәнге сәғәт 4-кә тиклем эшләп ултырған. Атаҡлы уйлап табыусы һәм эшҡыуар Томас Эдисон 65 йәшенә тиклем 20-шәр сәғәт эшләгән. Иосиф Сталин да бик аҙ йоҡлаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә шылтыратыуын белеп торғандар.
* Украинаның Могилёв ауылында 1920 йылда тыуған Надежда Лебидина – донъяла иң оҙаҡ йоҡлаған кеше. Ул 1954 йылда йоҡоға тала һәм 1974 йылда ғына уяна.
* Кеше организмы йүгергән саҡта хәрәкәт итмәгән мәлдәгегә ҡарағанда 7 тапҡырға күберәк энергия сарыф итә.
* Кеше көн һайын – бер сәғәт, ә ғүмере дауамында ике йыл ярым тирәһе һөйләшә. Әгәр һөйләгәндәребеҙҙе яҙып барһаҡ, һәр береһе 400 битлек мең том килеп сығасаҡ.
* Донъяла бармаҡ эҙҙәре бер төрлө ике кеше юҡ.
* Көн һайын 15 минут көлөү йылына 2 килограмм ауырлыҡты кәметергә булыша.
* Көлгән саҡта организмдағы 80 мускул хәрәкәткә килә.
* Балалар көнөнә – уртаса 400 тапҡыр, ә ололар 15 тапҡыр көлә.
* Кеше йоҡлағанда 340 грамға тиклем ауырлығын юғалта.
* Зәңгәр күҙлеләр ҡараңғыла яҡшыраҡ күрә.
* Кеше көнөнә – уртаса 20 мең, бер йыл буйына – 7 миллион, ә тормошоноң 70 йылында 500 миллионға яҡын аҙым яһай. Был юл яҡынса Ерҙән алып Айға тиклем булған араға тигеҙ.
* 63 йәшлек инглиз ҡатыны Барбара Мур 41 сәғәт 40 минутта бер туҡтамай 269 саҡрым ер атлай.
* Кеше организмындағы тимер бәләкәй ҡул сәғәтенең кескәй генә бер шөрөбөн эшләргә етер ине.
* Һары сәс составында алтын бар.
* Сәс көнөнә – 0,33 миллиметр, бер йылда – 12 сантиметр, тотош йәшәү дәүерендә 7 метрға тиклем үҫә.
* Әгәр йүгереүсе кешенең аяҡтары ҡырмыҫҡаныҡы кеүек ҡыҙыу хәрәкәт итһә, уның йүгереү тиҙлеге сәғәтенә 1500 километрға етер ине.
* 2200 метр бейеклегендәге тау түбәһендә урынлашҡан Әзербайжандың Пирассура ауылы кешеһе Мәхмүт Әйүәзов – 152, Англияла почта хеҙмәткәре Роберт Тейлор 133 йыл йәшәй.
"Йәншишмә" гәзите