

13 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Мөҡсин ауылы янында биш кешенән торған ғаилә Ағиҙел йылғаһы буйында пляж ялы өсөн тәғәйенләнмәгән урында ял итергә килгән була. Ата-әсәһе яр буйында булған саҡта өс бала һауа тултырылған матраста йөҙә. Ҡапыл кесе малай көслө итеп ҡысҡыра башлай. Ата-әсәһе ярҙамға ташлана һәм уны матрастан төшөрә, әммә әсәһе бата башлай. Яр ситендә уларҙы күреп ҡалған өлкәндәр уны һыуҙан сығара һәм ашығыс ярҙам килгәнгә тиклем реанимация саралары үткәрә. Ауыр хәлдә зыян күргән ҡатынды дауаханаға оҙаталар. Был ваҡытта матраста ҡалған ике баланы ағым алыҫлыҡҡа алып китә. Ағым буйлап аҡҡан үҫмерҙәрҙе өлкәндәр ҡотҡара.