Йәмле йәйем! Сәләм һиңә!

Тәбиғәттә - йәй уртаһы. Әле генә ихласлап көтә инек үҙен. Йомарт миҙгел еләге, дарыу үләндәре, ҡолас йәйеп сабыр бесәне менән хайран итә! 


Усаҡлыҡта хужабикә
Көләкәс, уңған йәйем.
Йәмле генә өҫтәленә
Йәйгән өс өшә йәйем.

 

Алъяпҡысын быуып алған
Аллы-гөллө сәсәктән.
Татлы ғына бәлеш һалған
Мөлдөрәп бешкән еләктән.

 

Ҡаҙан аҫҡан, ашы мулдан,
Боҫорап ите ҡайнай.
Сиңерткә моңона көйләп
Ағайҙар салғы янай.

 

Самауыр туғай түрендә
Иң төп ҡоҙағый кеүек.
Хуш еҫ бөрккән сәйҙәренән
Зәм-зәм ағалыр кеүек.

 

Аяҡ аҫтында түшәлгән
Әберсәһе, көртмәле.
Йомарт йәйҙең һый түренә
Иҫең генә китмәле!

 

Уңған килендәй өлтөрәп
Алсаҡ йәй табын һыйлай.
Йәннәттәрҙә төҫлө үҙем –
Йәнем йәй йырын йырлай!

(Айзилә Мортаева)

Йәмле йәйем! Сәләм һиңә!
Йәмле йәйем! Сәләм һиңә!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас