

Башҡортостандың күркә ите етештереүсе "Союзпромптица" йәмғиәте Силәбе өйрәк ите етештереүсе "Өйрәк фермалары" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өҫтөнән контроль алды. 2019 йылда предприятие банкрот тип таныла, ә Уның иң ҙур залог кредиторы булып «Союзпромптица»тора. Күптән түгел Силәбе өлкәһенең арбитраж суды мировой килешеүҙе раҫланы, уға ярашлы Башҡортостан компанияһы банкрот өҫтөнән контроль ала һәм уның бурыстары буйынса түләүҙәрҙе күп йыллыҡ бүлеп түләй, улар 1,3 миллиард һумдан ашып китә.Бынан алда «Союзпромптица» «Өйрәк фермалары» ның устав капиталының 100 процентын 5 миллион һумға һатып алған.