Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Башҡортостанда бер аҙна эсендә икенсе тәбиғәт ғәрәсәте теркәлгән

 Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылында көслө дауыл булған.

Башҡортостанда бер аҙна эсендә икенсе тәбиғәт ғәрәсәте теркәлгәнБашҡортостанда бер аҙна эсендә икенсе тәбиғәт ғәрәсәте теркәлгән
Башҡортостанда бер аҙна эсендә икенсе тәбиғәт ғәрәсәте теркәлгән

14 июлдә Башҡортостандың Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында көслө ҡойон үткән.

«Иҫке Аҡҡолай ауылында дауыл Механизаторҙар урамындағы йорттоң, хужалыҡ ҡаралтыларының ҡыйығын алып осорған, электр тапшырыу линияларына зыян килтергән, ағасты, автомобилде ауҙарған. Тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса тергеҙеү эштәре алып барыла», — тип яҙҙы район башлығы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 июлдә Учалы районында ҡойон үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Тәбиғәт ғәрәсәте Өргөн ауылындағы йорттарҙың ҡыйығын алып ташлаған, халыҡты утһыҙ һәм газһыҙ ҡалдырған.

«Бындай күренештәр беҙҙең төбәктә бик һирәк осрай һәм аномаль булып иҫәпләнә», — тип һөйләгәйне ул саҡта Башгидрометүҙәктең метеофараздар бүлеге етәксеһе урынбаҫары.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-15/bash-ortostanda-ber-a-na-esend-ikense-t-bi-t-r-s-te-terk-lg-n-4659130

Фото: Наил Әбелғужин, Вк

Автор:
Читайте нас