Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Урмандарҙа янғынды иҫкәртеү аншлагтары ҡуйылды

Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү - урмансыларҙың төп эштәренең береһе. “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә республикала планлы иҫкәртеү саралары дауам итә. Йыл башынан алып төбәктең урман фондында белгестәр 236 янғынға ҡаршы аншлаг урынлаштырҙы. Унда урманда янғын хәүефһеҙлеге буйынса ҡағиҙәләр һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең бәйләнеш һандары яҙылған.   

Урмандарҙа янғынды иҫкәртеү аншлагтары ҡуйылдыУрмандарҙа янғынды иҫкәртеү аншлагтары ҡуйылды
Урмандарҙа янғынды иҫкәртеү аншлагтары ҡуйылды

Быйылғы йылдың статистикаһына күҙ һалһаҡ, бындай эш ҙур әһәмиәткә эйә, тип әйтергә була.  Янғын хәүефһеҙлеге ососро башланғандан алып республикала 87 гектар майҙанда 15 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 9 осрағының сәбәбе - кеше факторы. 

-Күпселек янғындар кешенең вайымһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, усаҡ яғыу йәки ҡоро үләнгә ут төртөү һ.б. Янғынға ҡаршы аншлагтар урманға ингән һәр кешегә ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫтәренә төшөрөп тора. Урманды тик күмәкләгән көс һәм үҙебеҙҙең тәртип менән генә һаҡлай алабыҙ, - тип билдәләнеБР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. 

Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә: республика биләмәһендә янғынға ҡаршы айырыуса режим осоронда янғын хәүефһеҙлегенә талаптар көсәйтелә.  Уларҙы боҙған өсөн 2 миллион һумға тиклем штраф менән административ яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ 261 УК РФ статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ла янай. Унан тыш, закон буйынса ғәйепле кеше янғын һүндереүгә киткән сығымды, урман фондына килтерелгән зыянды тулыһынса ҡапларға бурыслы. 

Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урмандарҙы тергеҙеү буйынса эш хаҡында һөйләне. Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр һәм Бөрйән урмансылыҡтары урмандарҙы тергеҙеү буйынса лидерҙар булды, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Миңлейәр Хәйбуллин, хаҡлы ялдағы урмансы:

 - Башҡортостандың урман янғын һүндереү хеҙмәте урмандарҙағы хәлде һауанан контролдә тотоуын дауам итә. Авиапатрулләү экологик именлек милли проектының маҡсаттарына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә һәм раҫланған дүрт маршрут буйынса 4,1 млн гектар урман фондын үҙ эсенә ала. Йыл башынан алып республиканың дәүләт урман фондында дөйөм 87 гектар майҙанда 15 янғын сығанағы теркәлгән. Башҡортостандың ауыр юл менән барып етеүсе тау-урман райондары өсөн авиапатруллек мониторингтың иң һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала. Һауанан янғын сығанаҡтарын табыу беҙгә төп өҫтөнлөктө - ваҡытты бирә. Ошоноң арҡаһында ағымдағы йылда ике урман янғынын тиҙ арала һүндереү мөмкин булды.

Урмандарҙа янғынды иҫкәртеү аншлагтары ҡуйылды
Урмандарҙа янғынды иҫкәртеү аншлагтары ҡуйылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас