

Гөлнара Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Беренсе белеме буйынса рәссам, һуңынан тағы ла биш һөнәрен алмаштыра. Тәүге никах тарҡалып, улын бер үҙе үҫтергән.
Улар танышҡан ваҡытта Грегориға — 68, Гөлнараға 43 йәш була. Ир 30 йылдан ашыу диңгеҙҙә капитан булып хеҙмәт иткән. Бөтә донъя буйлап сәйәхәт иткән, Сәғүд Ғәрәбстанында нефть платформаларында эшләгән, Оманда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, миҙалдар һәм наградалар алған. Ырыу ағасының ирҙәр линияһы буйынса Грегори Англияның икенсе короле Эдвард I вариҫы булып тора.
Рәсәйгә килгәнгә тиклем өс йыл элек уның тормошонда фажиғә була: ҡатыны яман шештән вафат була. Тол ҡалып, Грегори Рәсәйҙә кәләш эҙләргә ҡарар итә. Европала ҡатын-ҡыҙҙар бик меркантиль, ә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары ысын күңелдән ярата белә, ти. Танышыу сайтында Стәрлетамаҡтан бер ҡатын менән аралаша башлай. Оҙаҡҡа һуҙмай билет һатып ала һәм Стәрлетамаҡҡа килә. Әммә ҡатын уның шылтыратыуына яуап бирмәй һәм осрашыуға килмәй. Шул көндө Гөлнара бүлмәләрҙең береһенә йыйыштырырға инә. Ноутбук артында ултырған аҡһыл сәсле мыйыҡлы ир менән ҡараштары осраша. «Хеллоу»тигән яуап ишетә. Шул саҡта ҡатын мәктәп немец теле етмәүен аңлай. Тәүҙә ишаралар менән аралашырға тура килә.
Шулай итеп улар аралаша башлай, паркта, ресторандарға йөрөйҙәр. Грегори Гөлнараға сәскәләр бүләк итә. Һуңынан уға бер йылға Англияға китергә тура килә. Грегори Гөлнараға шунда уҡ ғашиҡ булыуын һәм уны бәхетле итеүен әйтә. Һуңыраҡ буласаҡ кейәү Рәсәйгә ҡайта һәм шунда уҡ Гөлнараны Италия, Черногория, Голландия, Англия буйлап сәйәхәткә алып китә, улдары менән таныштыра. Грегтың ғаиләһе уны шунда уҡ ҡабул итә. Испанияла сәйәхәт ваҡытында Грегори балдаҡ һайларға тәҡдим итә һәм, бер тубығына баҫып, уның кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Гөлнара, бер ни ҙә уйлап тормай, ризалыҡ менән яуап бирә. Туйҙы 2016 йылда үткәрәләр.