Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Башҡортостан миллионерын лотереяны ойоштороусылар эҙләй

Стәрлетамаҡта йәшәүсе «Мечталлион» лотереяһында ҙур еңеүгә эйә булды — Уҙған йәкшәмбелә лоторея Беренсе канал эфирында уйнатылды, әммә еңеүсе әлегә тиклем ойоштороусылар менән бәйләнешкә инмәгән.

Башҡортостан миллионерын лотереяны ойоштороусылар эҙләйБашҡортостан миллионерын лотереяны ойоштороусылар эҙләй
Башҡортостан миллионерын лотереяны ойоштороусылар эҙләй

 «Милли Лотерея» ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә (Ул Рәсәй Финанс министрлығы заказы буйынса отош уйындары үткәрә), отош билетын Тыныслыҡ урамындағы фирма һатыу пунктында һатып алғандар. Компания Башҡортостан халҡын билет тикшерергә һәм кәрәк булғанда операторға бушлай 8 (800) 333-7-333 номеры буйынса шылтыратырға саҡыралар.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас