"Гараж амнистияһы" оҙайтылды

"Гараж амнистияһы" оҙайтылды"Гараж амнистияһы" оҙайтылды
"Гараж амнистияһы" оҙайтылды

"Гараж амнистияһы"н тағы биш йылға – 2031 йылдың 1 сентябренә тиклем оҙайттылар. Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында бының мәғәнәһен аңлаттылар.

Йыш ҡына кеше оҙаҡ йылдар гараж менән ҡуллана, әммә ул рәсмиләштерелмәгән (үҙе төҙөгән, килешеү буйынса һатып алған, предприятие йәки кооператив биргән). Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында (ЕГРН) мәғлүмәт, милек хоҡуғы тураһында документтар юҡ. Йәғни, ысынында гараж уның хужалығында, әммә ҡағыҙ буйынса – юҡ. Шуның арҡаһында законлы рәүештә һатып, бүләк итеп йәки мираҫҡа ҡалдырып булмай.

Ә "гараж амнистияһы" нәҡ ошондай гараж һәм уның ерен ябайлаштырылған тәртиптә хосусилаштырыу мөмкинлеген бирә. Техник план кәрәкмәй, әгәр гараж реестрҙа булһа, ер тураһында мәғлүмәтте "Милли ер мәғлүмәттәре системаһы"нда (vk.cc/cKxEBS) тикшерергә мөмкин.

Мөһим. Амнистия барыһы өсөн дә ғәмәлдә түгел. 2004 йылдың 30 декабренә тиклем һәм үҙ белдегеңә төҙөлгән тип танылмаған капиталь гараждар ғына ҡарала. Индерелмәй: "ҡабырсаҡтар", күп фатирлы йорттарҙағы ер аҫты парковкалары һәм бизнес өсөн ҡулланылған гараждар.

Башҡортостанда гаражды "гараж амнистияһы" буйынса нисек рәсмиләштереү тураһында – киләһе постта

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:
Читайте нас