Көнгәк
+12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Июль үтте... Һаумы август!

Ваҡыт үтеүен һиҙмәйем. Минең өсөн сәғәт түгел, көн, айҙар юғары тиҙлектә аға... Ә һеҙгә нисек?

Июль үтте... Һаумы август!Июль үтте... Һаумы август!
Июль үтте... Һаумы август!

Рәхмәтлемен йәйҙәремә,
Ниндәй генә булһа ла.
Ямғырҙары бер туҡтауһыҙ,
Һис өҙлөкһөҙ ҡойһа ла.

Йәй башында урман-ҡырҙар
Еләк менән һыйланы.
Күнәк-күнәк еләк йыйып,
Яландарҙы буйланым.

Эре һутлы еләге...
Татлы ҡайын еләге...
Ҡыҙыл балаҫтар булып,
Болондарға түшәлде.

Хуш еҫле сәскәләре,
Шифалы мәтрүшкәһе.
Ҡайҙа барма дарыу үләне,
Саф һауаһы, шишмәһе.

Ә бәшмәктең күплеге һуң?!
Ниндәй генә төрө юҡ!
Йыйып, эшкәртеп өлгөрһәң-
Ҡыш буйы етәр муллыҡ!

Йәйҙең йомарт бүләге,
Баҡса ла, түтәлдәрҙә.
Ә матурлыҡ һәр яҡлап та,
Һәр сәскә лә, гөлдәрҙә.

Рәхмәт һиңә, йомарт йәйем
Тәмле ризыҡ, йәмле көндәргә.
Йылда шулай шатланырға яҙһын,
Йылы, йомарт, йәмле йәйҙәрҙә.

Миңниса Мөхәмәтова-ИҪӘНБАЕВА

Автор:
Читайте нас