Көнгәк
+12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Дөйөм мәҡәләләр
21 Август , 07:05

Туған телдең ышаныслы һаҡсыһы

Уҡытыусы - балаға белем, тәрбиә биреүсе генә түгел, уның күңеленә изгелек орлоғо һалыусы, донъяны һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе лә.

Туған телдең ышаныслы һаҡсыһыТуған телдең ышаныслы һаҡсыһы
Туған телдең ышаныслы һаҡсыһы

Уҡытыусы - балаға белем, тәрбиә биреүсе генә түгел, уның күңеленә изгелек орлоғо һалыусы, донъяны һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе лә.

Смаҡ ауылының Динис Буләков исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Динис Бүләков исемендәге премия лауреаты Рәзинә Шаһманова үҙ һөнәренә ғашиҡ, эшен яратып башҡарған һәм балалар йөрәгенә асҡыс ярата белгән педагог.

Был мәктәптә ул 2018 йылдан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә һәр уҡыусыға белем генә түгел, Тыуған иленә, үҙ милләтенә, теленә ҡарата мөхәббәт хисе уятырға тырыша. Уның һәр дәресендә бала үҙе өсөн яңы асыш яһай, фекерләргә өйрәнә, эҙләнә, ижад итә.

Рәзинә Рәсил ҡыҙының тырыш, белемле уҡыусылары район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа даими ҡатнашып, еңеү яулай.

Яттан шиғыр һөйләү бәйгеләрендә Смаҡ мәктәбе уҡыусылары һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Был да - уҡытыусының фиҙакәр хеҙмәтенең асыҡ дәлиле.

  • Уҡыусының беренсе тапҡыр уҡыған шиғыры, тәүге табылған яуабы, яҙған бәләкәй генә хикәйәһе... Ошо мәлдәр минең өсөн иң ҡәҙерлеһе. Уларҙың туған телгә ҡыҙыҡһыныуын күреп, һайлаған һөнәрем өсөн ғорурлыҡ кисерәм. Олимпиада, конкурсҡа әҙерләнгәндә уртаҡ тырышлыҡ һалыу, еңеү ҡыуанысы кисереү - былар ҙа күңелемә яҡын. Уҡыусымдың уңышын күреү -  икеләтә бәхет: беренсенән, улар өсөн ҡыуанам, икенсенән, башҡорт теленең бөгөн дә матур, көслө яңғырауына ғорурланам. Минең өсөн уҡытыусылыҡ - йәшәү рәүеше. Балалар менән бергә үҙем дә үҫәм, өйрәнәм, яңы асыштар яһайым. Үҙ эшемде бик яратам, - ти ул эше, һөнәре хаҡында һөйләгәндә.

Педагог халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. «Урал батыр» эпосының тәрбиәүи мөмкинлектәрен дә оҫта ҡуллана. Мәктәп кабинеттары эпик әҫәрҙән алынған фәһемле юлдар менән биҙәлгән. Балалар эпостағы көс, батырлыҡ, әҙәп рухын үҙенә һеңдереп, ошо йүнәлештә үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.

Рәзинә Рәсил ҡыҙының йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары, район мәғариф өлкәһенә һәм башҡорт теле үҫешенә индергән өлөшө төрлө кимәлдә баһаланған. Уның тырышлығы район хакимиәте һәм мәғариф идаралығы тарафынан бирелгән Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Был - үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, эшен яратып башҡарған остаздың фиҙаҡәр хеҙмәтенең танылыуы.

Туған тел һағында тороусы, уҡыусының милли рухын күтәреүсе, йөрәгенә мәңгелек ҡиммәттәр һалыусы талантлы педагог Смаҡ мәктәбендә генә түгел, райондың мәғариф өлкәһендә лә оло хөрмәткә лайыҡ.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас