

Уҡытыусы һөнәре тырышлыҡ, сабырлыҡ, фиҙаҡәрлектән тыш, өҙлөкһөҙ үҙ өҫтөңдә эшләүҙе, белемеңде даими камиллаштырыуҙы талап итә.
Хеҙмәтеңә тоғролоҡ һәм сикһеҙ һөйөү һаҡлау, уҡытҡан уҡыусыңды яратыу - быларҙың барыһы ла ҡаланың 3-сө гиназияһында эшләгән инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Йәфәроваға хас сифаттар.
- Инглиз теленә һөйөүҙе миңә мәктәптәге инглиз теле уҡытыусыһы Ирина Коган һеңдерҙе. Ул телдәргә булған һәләтемде күреп, олимпиада хәрәкәтенә йәлеп итте. Хәрәкәттә йыл һайын ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттем. Сығарылыш кластарында минең менән шөғөлләнеүҙе һәм олимпиадаларға әҙерләнеүҙе Людмила Цируль (Пучкина) дауам итте, - ти педагог.
Әлфиә Урал ҡыҙы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Үҙе әйтеүенсә, ул уҡыу йортон һәм тап шул факультетты һайлауы ла осраҡлы түгел: атаһы яғынан олатаһы Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Аллағыуат урта мәктәбендә вожатый булып эшләгән. Атаһы яғынан туған булған өс инәйе төрлө ваҡытта инглиз, немец һәм француз телдәре уҡытыусылары була.
- Өфө ҡалаһының беренсе политология гимназияһында бишенсе курста педагогик практика үткәндә, етәксем шағир Рауил Бикбаевтың ҡатыны Фәриҙә Бикбаева булды. Ул дәрес һәм класс сәғәтенә әҙерләнгәндә кәрәкле кәңәштәрен бирҙе. Һәләтемде күрептер, остазым: «Һин бар булмышың менән уҡытыусы», тигәйне. Был һүҙҙәр иңемә ҡанат ҡуйҙы, тип әле лә үҙенә дөрөҫ йүнәлеш биргән уҡытыусыһын оло хөрмәт менән иҫкә ала.
Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлауы уға Өфө авиация заводының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек бүлеге тәржемәсеһе вазифаһына конкурс буйынса һайлап алыуҙы үтергә ярҙам итә. Филолог, инглиз һәм француз телдәре уҡытыусыһы унда техник әҙәбиәт һәм хаттар тәржемәләү бурысын атҡара.
1996 йылдың декабрендә заводҡа Һиндостандан беренсе сит ил делегацияһы уҡырға килә. Һуңынан да ундай делегациялар күп була. Педагог йәйге отпуск ваҡытында элекке теоретик фонетика фәне уҡытыусыһы Фәилә Әүлийәр ҡыҙы Әхтәмова менән биш йыл дауамында Күмертау вертолет заводында ла тәржемәсе булып эшләй. Унда уҡырға Корея пилоттары һәм техник персонал килә.
2000 йылдан алып уның тормош юлы Мәләүез менән бәйле.
- Ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында, аҡыллы, талапсан директор Тәнзилә Малабаева етәкселегендә 15 йыл уҡытыусы булып эшләнем.
2015 йылда Салауат Комиссаров мине үҙем уҡыған 8-се мәктәпкә, 2020 йылда ҡаланың 3-сө гимназияһына эшкә саҡырҙылар. Бөгөн ошо белем биреү учреждениеһында уҡытам. Балалар менән эшләү, уларҙың ҡаҙанышын күреү бик оҡшай. Быйыл бер юлы ике уҡыусым Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк туры призеры булды. Беҙ был юғары һөҙөмтәгә бер йыл ғына барманыҡ, уларҙың ныҡышмалылығы, тырышлығы, телгә һөйөүе һәм күп уҡыуы үҙ емешен бирҙе, - ти педагог, үҙ уҡыусылары менән ғорурланып.
Ысын уҡытыусы балаға белем биреү менән генә сикләнмәй. Ул мәҡәләбеҙ геройы, алдынғы ҡарашлы, һөнәрен яратып башҡарған педагог Әлфиә Йәфәрова кеүек үҙенә ышаныс менән баҡҡан уҡыусыһына дөрөҫ юл күрһәтә, күңеленә йылылыҡ өҫтәй, изгелек тойғоһо һала.
Фото архивтан.