Көнгәк
+12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Дөйөм мәҡәләләр
24 Август , 00:00

Район мәғариф системаһы тотороҡло үҫешен һаҡлай

Бөгөн мәғариф системаһы етди үҙгәреш шарттарында үҫешә.

Район мәғариф системаһы тотороҡло үҫешен һаҡлайРайон мәғариф системаһы тотороҡло үҫешен һаҡлай
Район мәғариф системаһы тотороҡло үҫешен һаҡлай

Бөгөн мәғариф системаһы етди үҙгәреш шарттарында үҫешә. Ул һәр балаға сифатлы белем алыу мөмкинлеге биреү генә түгел, граждан тәрбиәләү, талантын үҫтереү, һөнәри үҙбилдәләнеш, тиҙ үҙгәреүсән донъяла йәшәүгә заманса компетенциялар өсөн шарт булдырыу бурысын ҡуя.

Мәғариф идаралығы эше муниципаль мәғарифты үҫтереү программаһына, «РФ мәғарифы тураһында» федераль законға, федераль стандарттарға, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты бурысына ярашлы төҙөлә.

Республикала милли-мәҙәни мираҫты һаҡлауға, полилингваль белем биреүҙе үҫтереүгә, дәүләт һәм Рәсәй халыҡтары туған телдәрен, тыуған яҡ тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә иғтибар бүленә. Был йүнәлештәр илдең берҙәм белем биреү киңлегенең айырылғыһыҙ өлөшө - гражданлыҡ үҙенсәлеген формалаштырыуға, милли традицияларҙы хөрмәт итеүгә, илһөйәрлек тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Төп маҡсат - һәр бала өсөн заманса, уңайлы, хәүефһеҙ һәм сифатлы белем биреү мөхите булдырыу.

Мәктәпкәсә белем биреү системаһына 24 балалар баҡсаһы, 6 филиал һәм мәктәптәр ҡарамағындағы 4 структур бүлексә инә. Уларҙа 3408 бала тәрбиәләнә. Тыуымдың кәмеүенә ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа иң ҙур ҡаҙаныш - ике айҙан ете йәшкә тиклемгеләр өсөн мәктәпкәсә белем алыуҙың 100 процентын һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Балалар баҡсаларына сират юҡ. Белем биреүҙә айырым ихтыяжы булғандарға ҙур иғтибар бүленә. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа телмәр, күреү һәләте, аутизм спектры боҙолған, психик үҫеш тотҡарланған, терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған балалар өсөн махсус, ҡатнаш төркөмдәр эшләй. Дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә белем биреү секторы ла үҫешен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта демографик түбәнәйеүҙе билдәләргә кәрәк. Һуңғы өс йылда тәрбиәләнеүселәр һаны биш йөҙҙән ашыу кешегә кәмегән.

Бер үк ваҡытта кадрҙар мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. Тәрбиәсе һәм педагог-психологтар талап ителә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү дауам итә, остазлыҡ үҫешә, йәш белгескә ярҙам саралары тормошҡа ашырыла.

Дөйөм белем биреү

Бөгөн 20 дөйөм белем биреү учреждениеһында 10 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Уларҙың һөҙөмтәләре - мәғариф системаһының төп күрһәткесе.

2025 йылдың 1 сентябренән мәғариф ойошмалары берҙәм федераль белем биреү программалары буйынса эшен дауам итә. Уҡыу пландары федераль талаптарға ярашлы, берҙәм белем биреү киңлеге тәьмин ителгән, уҡыу предметтарын өйрәнеүгә, календарь планлаштырыуға һәм тәрбиә эше системаһына берҙәм алымдар индерелгән.

Район мәктәптәрендә төбәк мәғариф үҙенсәлектәре һаҡлана. Республика ҡануниәтенә ярашлы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, ата-әсә һайлауы буйынса Рәсәй халыҡтары туған телдәрен, тыуған яҡ тарихын, мәҙәниәтен һәм традицияларын өйрәнеүгә йүнәлтелгән дисциплиналар өйрәнелә. Был эш республикала мәҙәни төрлөлөктө һаҡлауға һәм күп милләтле төбәктең тарихи мираҫына хөрмәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Һәләтле уҡыусылар менән эшләүгә айырым иғтибар бүленә. Районда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһына әҙерлек буйынса системалы эш ыңғай һөҙөмтә бирә.

Быйылғы уҡыу йылында олимпиаданың төбәк этабында ҡатнашҡан 162 уҡыусының 94-е еңеүсе һәм призер булды. Һөҙөмтәлелек 58 процент тәшкил итте. Был районға республика олимпиада хәрәкәте лидеры булыу мөмкинлеген бирҙе.

Сығарылыш уҡыусылары ла юғары һөҙөмтә күрһәтә. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында 290 ун беренсе класс уҡыусыһы ҡатнашты. Бөтәһе лә тиерлек (99,6 процент) урта дөйөм белем тураһында аттестат алды. 68 сығарылыш уҡыусыһы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» алтын һәм көмөш миҙал менән бүләкләнде.

Ҡаланың 3-сө гимназияһы һәм 8-се мәктәбе биологиянан 100 балл алған уҡыусылары менән ғорурлана. Был - дөйөм һөнәри эш һөҙөмтәһе. Педагогтар Ирина Исмәғилева һәм Альбина Шилкинаға рәхмәт.

Яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттарын һәм федераль эш программаларын индереү дауам итә. Уҡыусының белемен үҫтереүгә, тәбиғи-ғилми һәм технологик әҙерлеген көсәйтеүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыуға, юғары класта профилле уҡытыуға айырыуса иғтибар бүленә.

Таланттарҙы үҫтереү һәм һөнәри йүнәлеш биреү

Бөгөн уҡыусының һөнәри үҙбилдәләнешен асыҡлау - мөһим бурыстың береһе. Белем биреү учреждениеларында һөнәри йүнәлештең берҙәм моделе тормошҡа ашырыла. Аҙна һайын «Рәсәй - минең офоғом» курсы дәрестәре үтә. Уҡыусылар «Киләсәккә билет», «ПроеКТОриЯ», «Профсреда» проекттарында, Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһендә, «Абилимпикс» чемпионатында, колледж һәм юғары уҡыу йорттары асыҡ ишектәр көндәрендә әүҙем ҡатнаша. Бындай эш аңлы рәүештә һөнәр һайларға һәм белем биреүҙе бөгөнгө иҡтисад ихтыяжы менән бәйләргә мөмкинлек бирә.

Өҫтәмә белем биреү

Районда төрлө йүнәлештәге 365 өҫтәмә белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла. Балаларҙы өҫтәмә белем менән тәьмин итеү 92,6 процент тәшкил итә. Тәрбиәләнеүселәр йыл һайын Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында, ярыш һәм фестивалдәрҙә еңеүсе һәм призер була. 600-ҙән ашыу уҡыусы «АгроНТРИ», «Шустрик», «ИнтЭРА» инженерлыҡ конкурстарында һәм проекттарында ҡатнаша. Өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү спорт, ижад, фән йәки техник ижад менән бәйле булыуына ҡарамаҫтан, һәләтен аса.

Инклюзив белем биреү

Балалар өсөн тигеҙ мөмкинлек булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә. Мәктәптәрҙә 701 һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән, 165 инвалид бала белем ала. Белем биреү учреждениеларында  коррекция кластары эшләй, ғаиләләргә психологик-педагогик ярҙам күрһәтелә. Балалар «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ чемпионатында еңеү яулай.

Кадрҙар потенциалы

Район мәғариф ойошмаларында эшләгән 1021 педагогтың 90 проценты тиерлек юғары белемле. Һуңғы өс йылда биш йөҙҙән ашыуы квалификацияһын күтәргән. Уҡытыу системаһы үҫеше дауам итә. Шул уҡ ваҡытта кадрҙар мәсьәләһе лә етди. Педагогтарҙың уртаса йәше 51 йәш тәшкил итә. Айырыуса математика, физика, рус теле, сит тел, башланғыс класс уҡытыусылары һәм тәрбиәселәр талап ителә. Йәш белгестәр өсөн социаль ярҙам саралары тормошҡа ашырыла, юғары уҡыу йорттары маҡсатлы йүнәлеш буйынса ҡабул итә, торлаҡты ҡуртымға алған өсөн түләү һәм компенсация бирелә. Был эш дауам итәсәк.

Тәрбиә эше

Мәктәптәрҙә федераль тәрбиә программаһы тормошҡа ашырыла. Уҡыу аҙнаһы Рәсәй дәүләт флагын күтәреү һәм гимн башҡарыу менән башлана. «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү» дәресе үтә. «Беренселәр хәрәкәте», «Рәсәй бөркөтө» программаһы әүҙем үҫешә, директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшселәре эшләй. Илһөйәрлек һәм рухи-әхлаҡи тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә.

Рәсәй, республика дәүләт байрамдарына, Республика көнөнә, Башҡорт теле, Милли кейем, Халыҡ-ара туған тел көндәрендә саралар, этномәҙәни проект, фестивал, конкурстар, тарихи урындар буйлап экскурсия һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторола.

Заманса белем биреү мөхите булдырыу

Мәғариф ойошмалары инфраструктураһын үҫтереүгә байтаҡ аҡса йүнәлтелә. Мәктәп мәғариф системаһын модернизациялау төбәк проекты сиктәрендә матди-техник базаны тулыһынса яңыртып, 8-се мәктәпкә капиталь ремонт тамамланды. Мәктәптәрҙә «Бөтә яҡшы нәмә балаларға» федераль проекты сиктәрендә «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» кабинеттары заманса ҡорамал менән йыһазландырылған. Уҡыусылар туҡланыуына ҙур иғтибар бүленә: 96 проценттан ашыуы эҫе аш менән тәьмин ителә. Төрлө категориялы ғаиләләргә - махсус хәрби операция яугирҙәре балаларына, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә социаль ярҙам саралары ҡаралған. Мәктәп автобустары тахограф һәм спутник навигацияһы системаһы менән йыһазландырылған.

Көнүҙәк мәсьәләләр

Беренсеһе - кадрҙар дефициты. Икенсеһе - тыуымдың кәмеүе мәктәпкәсә учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр һанына йоғонто яһай. Өсөнсө проблема - икенсе сменала уҡыу.

Райондың ете мәктәбендә 1700-ҙән ашыу бала икенсе сменала белем ала. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн 5-се мәктәптең башланғыс мәктәбе бинаһын реконструкциялау һәм яңы корпус төҙөү талап ителә. Бынан тыш, матди-техник базаны яңыртыу, һанлы инфраструктураны үҫтереү һәм уҡытыу шарттарын камиллаштырыу бурысы көнүҙәк.

Яңы уҡыу йылына төп бурыстар

Уларға дөйөм белем биреүҙең юғары сифатын тәьмин итеү, артабан федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу, математика, тәбиғи-фәнни һәм технологик белем биреү, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек сифатын күтәреү, инклюзив, тәбиғи-ғилми һәм инженерлыҡ белемен үҫтереү, һөнәри йүнәлеш биреү системаһын камиллаштырыу, талантлыларға ярҙам, кадрҙар потенциалын нығытыу, мәғариф инфраструктураһын модернизациялау, тәрбиә эшен үҫтереү һәм ата-әсәләр менән үҙ-ара эш итеү инә.

Район мәғариф системаһы тотороҡло үҫешен һаҡлай. Һәр күрһәткес - дөйөм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Яңы уҡыу йылында алға барыуҙы дауам итеп, алға ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанам.

Алик САТЛЫҠОВ, район мәғариф идаралығы начальнигы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас