

Ҡапҡа тышынан уҡ күҙҙең яуын алып ҡаршылаған гөл-сәскәне күргәс тә, уларҙы үҫтереү өсөн матурлыҡҡа ғашиҡ булыуҙан бигерәк, егәрле һәм тырыш булыу, ер эшен яратыу кәрәктер, тип уйлап ҡуйылғайны. Ихатаға ингәс, уңда ла, һулда ла: «Беҙҙе лә күрегеҙ! Беҙгә лә һоҡланмай үтмәгеҙ!» тигәндәй, ҡояшҡа иркәләнеп үҫеп ултырғандарына тап булдыҡ.
Баҡса, ихата йәме булған сағыу, матур сәскәләр сорты буйынса ғына түгел, төҫө менән дә бер-береһен ҡабатламай. Уларҙың орлоҡтан һәм ботаҡтан үрсегәне, ҡыуаҡ булып ерҙә, шулай уҡ аҫмалы һауытта йә махсус ҡоролма буйлап үрмәләп үҫкәне лә бар.
Клематистың ғына 40 төрөн үҫтергән Гөлниса Исхаҡова һәр гөл-сәскәһенең ҡатмарлы атамаһын да һис ауырлыҡһыҙ әйтеп бирә ала. Ә уларҙы иҫтә ҡалдырыу һис тә еңел түгел!
Иң оҡшағандары исемлегенә «Пурпуреа Плена Элеганс», «Перниль», «Лаки Чарм» сортлы клематистар, «Шоне Кобленцерин», «Аскот», «Прейри Джой» сортлы раузалар, һуңғы йылдарҙа «модала» булған «Кандибел Баблгам», «Ванилла Фрейз», «Пинки Винки», «Руби Анабель» сортлы гортензияларын индерә.
Үҙенә күптән сәскә «сире» йоҡҡан егәрле баҡсасыла уларҙан башҡа петуния, лилиә, бәрхәт, астра, флокс, очиток, бегония, вербена һәм башҡа бик күп төрлөһө бар. Баҡсаһында бер генә буш урын да юҡ, йәшелсә-емеше лә йыл да мул уңыш бирә...
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 35-се һанында уҡырға мөмкин.
Автор фотоһы.