

Уҡыу - белем шишмәһе.
Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу.
Уҡыған артҡа ҡалмаҫ.
Укыған ете ҡат ер аҫтындағын күрә, уҡымаған ер өҫтөндәген дә
күрмәй.
Уҡыған ил уҙыр, уҡымаған ил туҙыр.
Уҡыған кеше хур булмай.
Укыған уғыл - атанан оло.
Уҡыған уңыр, уҡымаған туңыр.
Уҡыған үлмәҫ, уҡымаған көн күрмәҫ.
Уҡый белмәһәң дә хурлыҡ, уҡып белмәһәң дә хурлыҡ.
Уҡымаған бер телле, уҡыған ике телле.
Уҡымаған күҙлене уҡыған һуҡыр еңгән.
«Уҡыным» тимә, «белдем» тиң.
Уҡыу - күңел нуры, уҡымай ҡалған - кеше хуры.
Уҡыу ялыҡтырһа ла бил һындырмай.
Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ.
Уҡыһаң белерһең, уҡымаһаң бөлөрһөң.