☘ Аҡсам юҡ - тиһәгеҙ аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һ.б. тиегеҙ.
☘ Китәм - тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һ.б, тиегеҙ, киткәндәр - әхирәт донъяла ята.
☘ Ашап туйҙым - тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һ.б.
☘ Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ - ҡарғыш насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә.
☘ Күп һүҙ - һине ау урынына сырмай.
☘ Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр.
☘ Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр - йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала.
☘ Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала.
☘ Һүҙҙәрҙең көсө - атомға тиң.
☘ Әсәй-атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә.
☘ Был донъяла берәү ҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәр ҙә әйткән һүҙенән ғәфү үтенмәһә.
☘ Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан.
☘ Был донъяға беҙ эшләнеп бөтмәгән эшебеҙ, аманатыбыҙ өсөн ҡабат тыуғанбыҙ.
☘ Кешелек донъяһы - тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡлы балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш.
☘ Мин! - тимәгеҙ, Аллаға шөкөр, тип әйтегеҙ.
(Зәкинә Ханым)