- Ята-ята таш та сатнай.
- Ятҡан аяҡ ял табыр, йөрөгән аяҡ мал табыр.
- Ятҡан ерең көшөл өҫтө булһа ла, кеше өҫтөндә булмаһын.
- Ятып икмәк табылмай.
- Ятып ҡалғансы, атып ҡал.
- Ятыр ҡорһаҡ ялпаш
- Ятыр ҡорһаҡ ярты булһа ла ярай
- Ятыр ҡорһаҡ ятыр- ярты икмәкте тартыр
- Ятыр корһаҡҡа әсе ҡатыҡ та ярай
- Ятыр ҡорһаҡҡа - ярты аш
- Ятһаң, ята бирәһең, торһаң, бара бирәһең.