Көнгәк
-1 °С
Облачно
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Дөйөм мәҡәләләр
7 Сентября , 01:05
Эшкә ашмаған ир - башыңа сир
Эшләй белеп эшләгәнгә иген эше — кинәнес, ялҡаулашып йоҡлағанға иген эше — көйөнөс.
Добавить в предпочтительные источники Google
Эшкә ашмаған ир - башыңа сир
Эшләй белеп эшләгәнгә иген эше — кинәнес, ялҡаулашып йоҡлағанға иген эше — көйөнөс.
Эш бөткәс, уйнарға ярай.
Эш эшләнгәс - ирмәк, бөтмәй ҡалһа - имгәк.
Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
Эшкә ашмаған ир - башыңа сир.
Эшкә теләгең - һаулыҡҡа бүләгең.
Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
Эшләгәнгә эш ҡарышмай
Эш айыу түгел, урманға ҡасмаҫ.
Эш араһында шеш булма.
Эш араһында эш бөтә.
Эш башында маҡтанма.
Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
Эш беләктә түгел, йөрәктә.
Эш бөткәс уйнарға ярай
Эш бөтмәй йән тынмай.
Эш иплене ярата.
Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
Эш кешене кеше итер.
Эш ҡаты булһа ла, тырышҡас, йомошай.
Эш ҡиммәт түгел, эште белеү ҡиммәт.
Эш майлы бутҡа түгел.
Эш менән ваҡыт тиҙ үтер.
Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер
Эш мәлеһе белмәй.
Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
Эш үҙе өйрәтә.
Эш һөйгәнде ил һөйгән.
Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡ¬ҡа тартыр.
Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
Эш эшкә өйрәтә.
Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
Эш эште тартыр.
Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
Автор:
Читайте нас
telegram
вк
дзен
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"