

Үҙ тиңең менән ҡауышып, иңгә-иң ҡуйып йәшәү, һәр атҡан таңды парлап ҡаршы алыу - күптәрҙең хыялылыр.
Илле һигеҙ йыл элек ошо яҡты хыялын тормошҡа ашырған, башҡалар һоҡланырлыҡ татыу ғүмер кисергән райондаштарыбыҙ Асия һәм Радик Мөлөковтарҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте, хөрмәте һәм ихтирамы парлы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәр өсөн матур өлгө булырлыҡ.
Ғаилә башлығы 1942 йылдың 12 июлендә Күгәрсен районының Богдашкин (халыҡ телендә - Ыуары) ауылында өс балалы ғаиләлә донъяға килгән.
- Дүртенсе кластан һуң, көн һайын туғыҙ саҡрым ара үтеп, Юлдыбай мәктәбенә йөрөп уҡыным. Мораҡта унынсыны тамамлағас, бер йыл буйы дүрт кеше 450 баш һарыҡ көттөк. Һуңынан Салауат индустриаль техникумында белем алдым. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында юрист һөнәренә уҡыным, - тип һөйләй Радик Сәғитйән улы.
Артабан яҙмыш уны Мәләүезгә алып килә. Хеҙмәт кенәгәһендәге 52 йыллыҡ хеҙмәт стажы ла ошо ҡалала яҙыла. Ғүмере буйы хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Радик ағайҙың халыҡ мәнфәғәтенә бағышланған намыҫлы хеҙмәте 70-кә яҡын Маҡтау грамотаһы, 29 миҙал, бихисап Рәхмәт хаты менән баһаланған. Ул район-ҡала тарихына ярты быуаттан ашыу ғүмерен милиция хеҙмәтенә бағышлаған берҙән-бер кеше булараҡ инеп ҡалған. Урындағы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре музейын булдырыуға көс һалған. Мәләүездең Ленин, Смоленск һәм Буранғолов урамдары киҫелешендәге тәүге светофорҙы ла ул урынлаштырған.
Һоҡланғыс ғаилә башлығының пары, мөләйем, алсаҡ Асия Ғарифйән ҡыҙы 1946 йылдың 22 сентябрендә Күгәрсен районының Богдашкин ауылында 7 балалы ғаиләлә иң өлкәне булып донъяға килгән.
- Атайым Темәс педагогия училищеһын тамамлаған уҡытыусы ине. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1945 йылда әсәйем менән өйләнешкәндәр. 1946 йылда тәүге балалары булып мин тыуғанмын. Башта ауыл мәктәбендә белем алдым. Унынсы класты Баймаҡ интернатында тамамланым. Беҙ интернаттың тәүге сығарылыш уҡыусылары инек.
Атай баҡыйлыҡҡа күскәс, уның эшен дауам итеп, дүрт йыл үҙ районымдың Мораҙым ауылы мәктәбендә эшләргә тура килде. Артабанғы хеҙмәт юлым Мәләүез менән бәйле. Паспорт өҫтәлендә паспортист булдым, хаҡлы ялға ЛТП-нан (дауалау-хеҙмәт профилакторийы) киттем, - ти Асия апай...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 37-се һанында уҡығыҙ.
Автор фотоһы.