

Райондың Нөгөш ҡасабаһында урынлашҡан "Тау һауаһы" балалар һауыҡтырыу лагерендә үткән сарала республика район-ҡалаларынан бөтәһе 25 команда ҡатнашты. Уны Башҡортостан Республика ойошмаһы Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте ойошторҙо.
Ярыштар ойошманың 34-се йыллыҡ спартакиадаһы сиктәрендә үткәрелә.
- Беҙҙең һәр спорт сараһы сәләмәтлеге сикләнгән спортсыларҙың физик әүҙемлеген үҫтереүгә һәм уларҙы социализациялауға йүнәлтелә. Беҙ әүҙем ял итеү, һаулыҡты нығытыу өсөн шарттар булдырабыҙ һәм үҙебеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтәбеҙ, - тип билдәләй ойошманың бүлексә рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вячеслав Миних.
Автор фотолары.