Көнгәк
-1 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Дөйөм мәҡәләләр
17 Октября , 10:05

Мәләүездә тренер Сергей Бегов иҫтәлегенә турнир үтте

Бөгөн ҡаланың спорт һарайында һәм «Батыр» балалар һәм үҫмерҙәр клубында Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, БР-ҙың иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре Сергей Бегов иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса республика турниры үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәләүездә тренер Сергей Бегов иҫтәлегенә турнир үттеМәләүездә тренер Сергей Бегов иҫтәлегенә турнир үтте
Мәләүездә тренер Сергей Бегов иҫтәлегенә турнир үтте

Бөгөн ҡаланың спорт һарайында һәм «Батыр» балалар һәм үҫмерҙәр клубында Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, БР-ҙың иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре Сергей Бегов иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса республика турниры үтте. Унда 17 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар ҡатнашты.

Ул спортты популярлаштырыу өсөн генә түгел, яҡташыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн дә ойошторолған мөһим спорт сараһы. 

Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Перелыгин, район мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, ҡаланың балалар спорт мәктәбе тренеры Иван Пестриков, Сергей Беговтың ҡыҙҙары Алена Волкова һәм Светлана Терехина сәләмләне.

Сара барышы һәм һөҙөмтәләр менән гәзиттең 43-сө һанында танышырға мөмкин буласаҡ.

  

 

Мәғлүмәт өсөн: Сергей Михайлович Бегов 1967 йылдың 5 октябрендә райондың Воскресенский ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. 1988 йылда Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм Ергән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эш башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының Стәрлетамаҡ филиалында юғары белем ала. Ғүмерен район-ҡала спортын үҫтереүгә көс һалған спортсы 2024 йылда беҙҙең аранан китә. Быйыл уға 59 йәш тулған булыр ине. 

Уның тәрбиәләнеүселәре республика һәм район ярыштарында еңеүсе һәм призер була. Тренер волейбол буйынса республика йыйылма командаһы составына ингән спортсылар тәрбиәләүгә өлгәшкән райондашыбыҙ беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр... 

Мәләүездә тренер Сергей Бегов иҫтәлегенә турнир үтте
Мәләүездә тренер Сергей Бегов иҫтәлегенә турнир үтте
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас