Көнгәк
-1 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Дөйөм мәҡәләләр
17 Октября , 03:05

Мәләүезде матур кешеләре йәмләй

Тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, холоҡ-фиғеле менән дә бер-береһенә оҡшап торған парҙарҙы күрһәң, яҙмыш уларға ғына тәғәйен йәрҙе, моғайын, үҙе һайлап биргәндер, тип уйлап ҡуяһың.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәләүезде матур кешеләре йәмләйМәләүезде матур кешеләре йәмләй
Мәләүезде матур кешеләре йәмләй

Тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, холоҡ-фиғеле менән дә бер-береһенә оҡшап торған парҙарҙы күрһәң, яҙмыш уларға ғына тәғәйен йәрҙе, моғайын, үҙе һайлап биргәндер, тип уйлап ҡуяһың.

Мәләүездә йәшәгән Мөниә һәм Фәнил Ғәбиҙуллиндарҙы ла тәүге күргәндә үк: «Ҡайһылай пар ғына килеп торған кешеләр!» тигән фекер тыуғайны.

Донъялары матур, үҙҙәре ихлас, алсаҡ райондаштар менән аралашҡандан һуң уларҙы гәзит уҡыусылар менән дә  таныштырғы килде.

Ғаилә башлығы райондың Әлмәкәй ауылында ете балалы ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килгән. Бөгөн ул бөткән ауылдар исемлегендә.

Фәнил ағайҙың: «Тыуған ауылым урынында ялан ғына тороп ҡалды. Барып, үҙем үҫкән йортто эҙләгәндә, яҡынса урынлашҡан ерен генә самалап ҡайттым» тип һөйләгәнен тыңлағанда, күңелгә тәрән һағыш инеп ояланы...

Ул башланғыс кластарҙы шул ауылда уҡый, артабан белем алыуын Салауатта дауам итә.

- Ҡалаға дүрт класс тамамлап барһам да, урыҫса уҡыу ауыр булыр тип, яңынан шул уҡ класҡа ултырттылар. Бер ауырлығын да күрмәнем, киреһенсә, үткәнде ҡабатлау ғына булды, - тип һөйләй Фәнил ағай.

Мәктәптә унынсыны тамамлағандан һуң, Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә алына.

- Армияға 1971 йылда, мәктәпте тамамлау менән алып киттеләр. Ике йыл ил сиге һағында, кинолог булып хеҙмәт иттем. Овчаркам да бар ине. Уның менән бөтәһе туғыҙ контрабанда тоттоҡ. Үҙ бурысымды яҡшы үтәгәнмендер инде, хәрби часть атай-әсәйгә Рәхмәт хаттары ебәргән. Армиянан ҡайтҡас, паспортымды бирмәй бер булдылар. Хәрби комиссариат милицияға эшкә барырға «ҡоҙаланы». Башта ризалашмай йөрөнөм. Мотоцикл бирәбеҙ, тип тә әүрәттеләр әле. Егет кешене техника ҡыҙыҡһындырмай буламы инде? Киттем теге матайҙы ҡарарҙы. Барһам, уныһы «тиреп» һалынған көйөнсә ята, - тип көлә Фәнил ағай...

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 42-се һанында баҫылды.

Автор фотолары һәм архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас