Көнгәк
-1 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Дөйөм мәҡәләләр
18 Октября , 05:48

Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!

Ижади миҙгел башланды! 

Добавить в предпочтительные источники Google

“Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ театры үҙешмәкәр артистары Хәлиҙә Шәйәхмәтова әҫәре буйынса тамашасылар күңелен яуларға өлгөргән “Ир ул Африкалала ир” спектакле менән район клубтарына гастрольдәрен башланы.

Беҙҙең ижади төркөм Смаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда үткән тамашаны үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Режиссер Гөлзилә Вәлиева пьессаны сәхнәләштереүгә ҙур көс һалған. Ижади төркөм Мәләүездән генә түгел, күрше райондарҙан да күңел төбөндә  артист булыу  теләге менән янған үҙешмәкәрҙәрҙе туплаған.

Тамаша тамамланғандан һуң халыҡ үҙешмәкәр артистар менән яҡындан танышып, изге теләген, рәхмәтен еткерҙе, уңыш теләне. Афарин,  “Дуҫлыҡ” театры! Гастролдәр дауам итә, мотлаҡ ҡарағыҙ! Көлдөрҙө лә,уйға  ла һалды пьесса. Яҙмышты бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа борор хәлдән бер кемдең дә азат түгеллеген күрһәтте артистар.

Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Бер үк ситтә ҡалмағыҙ! Вәт шәп тамаша!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас