Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Март , 11:10

Ахыры заман етәме?

Яңауыл районындағы бер ауылда ҡар бөрсәләре “яуған”.

Ахыры заман етәме?
Ахыры заман етәме?

Аҡ ҡарҙа күп һанлы бөжәктәр яҡшы күренә. Һыуыҡтан ҡурҡмаған аяҡлы, ҡойроҡло йән эйәләрен (ногохвостик) ҡар бөрсәләре  тип йөрөтәләр. Был бөжәктәр кеше һәм үҫемлектәр өсөн зарарһыҙ, тупраҡ барлыҡҡа килтереү процесында ҡатнаша, урманда йәшәй. Улар һалҡындарға сыҙамлы, кеше һәм йәнлектәр өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмай. Көн йылыта башлау менән, яҡынса марттың икенсе - өсөнсө декадаһында ҡар бөрсәләре уяна һәм ҡар өҫтөнә шыуышып сыға. Улар ҡандағы антифриз арҡаһында һыуыҡҡа бирешмәй. Улар республиканың төньяҡ райондарында урман һәм тундра зоналарында осрай. Ҡорһағы осонда уларҙың махсус органы – сәнскеһе бар. Шуны тиҙ генә йәйеп, коллембола ер өҫтөнән этәрелеп хәрәкәт итә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: