Конгэк
+12 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Апрель , 09:55

ЙЫЛҒАЛАР ЯРҘАРЫНА ҠАЙТА

Башҡортостандың гидрометеорология хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 23 апрелдә иртән республиканың барлыҡ ҙур йылғаларында ла һыу кимәленең түбәнәйеүе теркәлгән.

ЙЫЛҒАЛАР ЯРҘАРЫНА ҠАЙТА
ЙЫЛҒАЛАР ЯРҘАРЫНА ҠАЙТА

Башҡортостандың гидрометеорология хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 23 апрелдә иртән республиканың барлыҡ ҙур йылғаларында ла һыу кимәленең түбәнәйеүе теркәлгән. Стәрлетамаҡ районында Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 55 сантиметрға төшкән һәм хәҙер 308 сантиметр, Ә Өфө районында 7 сантиметрға кәмеп, 576 сантиметр тәшкил итә. Шаҡша районында Ҡариҙел йылғаһының кимәле 532 сантиметр (тәүлегенә -8 сантиметр), Ә Бочкарево ауылы районында Дим йылғаһының кимәле 629 сантиметр (тәүлегенә -14 сантиметр) тәшкил иткән.

Бынан алда "Башинформ " Өфөлә температура рекорды ҡуйылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: