Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Апрель , 17:35

25 апрелдән «Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу тыйыла

Милли парк биләмәһендәге йылға-күлдәрҙә балыҡ тоторға ярамай.

25 апрелдән «Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу тыйыла
25 апрелдән «Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу тыйыла
Был осорҙа балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә башлай.

Шулай ҙа балыҡ ҡармаҡларға мөмкин, ярҙан тороп бер ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә, тип асыҡлыҡ индерҙе парк етәкселеге.

Ыуылдырыҡ сәсеү участкаларында бөтә төр балыҡ тотоу ҡәтғи тыйыла. Кәмәлә йәки катерҙа йөрөү сикләнә.

Был Нөгөш һыуһаҡлағысына ла ҡағыла.

Һаҡ режимын боҙған өсөн 3-4 мең һум штраф ҡаралған. Әлеге осорҙа рөхсәтһеҙ балыҡ тотоуға контроль көсәйтелә, тип билдәләнеләр паркта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-24/v-natsparke-bashkiriya-s-25-aprelya-zapreschaetsya-rybalka-3740386

Фото:«Башҡортостан» милли паркы.

Автор:
Читайте нас: