Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Апрель , 11:00

Башҡортостанда "тутыҡ" ямғыр яуыуы ихтимал

Тулыраҡ: 

Башҡортостанда "тутыҡ" ямғыр яуыуы ихтимал
Башҡортостанда "тутыҡ" ямғыр яуыуы ихтимал

Башҡортостанда "тутыҡ" ямғыр яуыуы ихтимал. «Фобос» һауа торошо үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Евгений Тишковец беҙҙең төбәк биләмәһендә ошондай ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренешенең булыуы хаҡында иҫкәртә. Уның әйтеүенсә, Ливияла һәм Мысырҙа Барлыҡҡа килгән саң бураны Рәсәй яғына хәрәкәт итә. "Африканан шлейф Волга буйына йома көндө үк барып етәсәк, ә шәмбе Уралға ла барып етәсәк, унда ошо көндәрҙә ямғыр яуасаҡ», — тип һөйләне УЛ РИА «Новости»АГЕНТЛЫҒЫНА. Белгес, Рәсәйҙең көньяғында Африка шлейфы арҡаһында Ростов өлкәһендә, Краснодар һәм Ставрополь крайында, Шулай уҡ Ҡалмыҡстанда саң бурандары башланған, тип өҫтәне.

Алдан хәбәр ителгәнсә, бөгөн Башҡортостанда +22 градусҡаса йылыта.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: