ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Май , 06:30

Һауа торошона зарланырға яраймы?

...йәки Булғанына шөкөр ит, булмағанына өмөт ит.

Кеше тигәнең ҡыҙыҡ инде. Уға йә эҫе оҡшамай, йә һыуыҡ һауа торошо хушһындырмай. Ямғыр яуһа, тиҙерәк ҡояшлы көндәр башланыуын көтә, ә ямғыр саҡ ҡына яумай торһа, күккә ҡарап: "Был ни тағы, ер кибә башланы бит инде", – тип һуҡранырға тотона.
Ә бит, ысынында, һауа торошоноң насары, урынһыҙы юҡ. Ул ниндәй генә булмаһын, уға Аллаһ Тәғәлә тарафынан мотлаҡ ниндәйҙер бер мәғәнә, хикмәт һалынған: йә ул Аллаһтың беҙгә күрһәткән йомартлығы, йә һынау һәм иҫкәртеү, йә гонаһтар өсөн яза. Шуға күрә, һауа торошона зарланырға һәм, бигерәк тә, уны һүгергә ярамай. Ә күберәк тәүбә итеп, күберәк доғалар ҡылырға кәрәк.
Мәҫәлән, ямғыр йә ҡар яуған мәлдә ихлас күңелдән теләнгән доғалар ҡабул була. "Ямғыр ваҡытында, намаҙға аҙан ҡысҡырғандарында һәм һуғышта ике ғәскәрҙең бер-береһенә килеп бәрелешкән мәлдәрендә ҡылынған доғалар өсөн мотлаҡ яуап булырын көтөгөҙ", – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (әл-Бәйһәҡи йыйынтығынан, хәсән хәҙис). Шулай уҡ, ҡайһы бер риүәйәттәрҙә килеүенсә, ямғыр йә ҡар яуғанда һәр тамсы, һәр ҡар бөртөгө менән бергә ергә фәрештәләр ҙә төшә. Уйлап ҡарағыҙ, ни тиклем күп фәрештәләр! Ниндәй изге, ниндәй бәрәкәтле мәл был!
Ғөмүмән, ямғыр – тәбиғәттең иң ғәжәйеп күренешелер, моғайын. Үҫемлектәрҙең терелеүе, үҫеше, емеш биреүе, хайуан һәм ҡош-ҡорттарҙың һыу менән тәьмин ителеүе, кешенең йәшәйеше – былар барыһы ла ямғыр менән бәйле. Изге Ҡөрьәндә лә был хаҡта әйтелгән аяттар бик күп, мәҫәлән: "Эй, кешеләр! Һеҙҙе барлыҡҡа килтергән һәм һеҙҙән элек булғандарҙы барлыҡҡа килтергән Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ – моғайын, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ! Һеҙҙең өсөн ерҙе түшәк итеүсегә, күкте көмбәҙ ҡылыусыға һәм күктән һыу төшөрөүсегә, һеҙгә ризыҡ булһын өсөн шул һыу менән емештәр үҫтереүсегә. Белә тороп та Аллаһҡа тиңдәш тотмағыҙ!" (Ҡөрьән, "Һыйыр" сүрәһе, 2:21-22).
Ямғыр яуған мәлдә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең өҫкө кейемен бер аҙ аса биреп, ямғыр тамсыларының уның тәненә тейеп үтеүен яратҡан. Унан: "Йә Аллаһ рәсүле, ни өсөн улай итәһең?" – тип һорағастар, ул: "Был тамсылар бит күптән түгел генә үҙ Раббылары янында булған!" – тип яуаплаған (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
Әммә ямғырҙың Аллаһ язаһы, кешеләргә ҡаты иҫкәртеүе булып та килеүе бар. Шуға күрә ямғыр мәлендә: "Йә Аллаһ, был ямғыр файҙалы булһын!" ("Алла‌һүммә, са‌ййибән нә‌фиғән") – тип теләйҙәр (әл-Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).
Күк күкрәү, йәшен йәшнәү ҙә – Аллаһтың беҙгә ебәргән билдәләре, аяттары, иҫкәртеүе: "Һәм күк күкрәү ҙә Уны (Аллаһты) данлап тәсбих әйтә, фәрештәләр ҙә – Унан ҡурҡып. Ул йәшендәр ебәрә һәм Үҙе теләгәндәрҙе улар менән һуға. Ә улар (иманһыҙҙар) һаман Аллаһ тураһында һүҙ көрәштерә, ә бит Ул – язалауҙа көслө!" (Ҡөрьән, "Күк күкрәү" сүрәһе, 13:13). Пәйғәмбәр ﷺ күк күкрәгән мәлдә бөтә һөйләшеүҙәрҙе туҡтатып, Аллаһты маҡтап, ололап доғалар ҡылған (Мәлик, әл-Бохари, әл-Бәйһәҡи йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис).
Ҡайһы саҡта Аллаһ ихтыяры менән оҙаҡ ваҡыт ямғырҙар яумай тора, ерҙә ҡоролоҡ барлыҡҡа килә. Ер ярыла башлай, үләндәр һарғая, эҫе ҡалҡып, йылға-күлдәр һайыға башлай. Әммә был осраҡта ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә ярамай, сөнки был да – Аллаһтың ҡушыуы буйынса.
Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ﷺ беҙгә үҙенең күркәм үрнәктәре менән ҡоролоҡ ваҡытында нисек доға ҡылырға, нисек ямғыр һорарға өйрәткән. Был осраҡта йома һәм фарыз намаҙҙарҙан һуң Аллаһ Тәғәләнән ямғыр яуҙырыуын һорап доға ҡылырға, ҡоролоҡ ваҡытында уҡыла торған махсус намаҙҙарҙы уҡырға кәрәк. Шулай уҡ – гонаһтар өсөн ярлыҡау һорап, тәүбә ҡылырға һәм Аллаһтың мәрхәмәтенә өмөтләнергә:
"Беҙ Фәрғәүен халҡын ҡоролоҡ йылдарына һәм емештәренең кәмеүенә дусар иттек – моғайын, улар аҡылға килерҙәр, тип" (Ҡөрьән, "Кәртәләр" сүрәһе, 7:130);
"...Раббығыҙҙан һеҙҙе ғәфү итеүен һорағыҙ, Ул – Ярлыҡаусы. Ул күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе малдар һәм балалар менән байытыр, һеҙҙең өсөн баҡсалар үҫтертер һәм һеҙҙең өсөн йылғалар ағыҙҙырыр. Нимә булды һеҙгә, ниңә Аллаһтың ололоғон теләмәйһегҙ?" (Ҡөрьән, "Нух" сүрәһе, 71:10-13);
"Эй, халҡым минең! Раббығыҙҙан ярлыҡау һорағыҙ, шунан Уға тәүбә ҡылығыҙ! Ул һеҙгә күктән мул ямғыр ебәрер һәм Ул һеҙҙең көсөгөҙгә тағы көс өҫтәр. Гонаһлы булып, йөҙ сөйөрмәгеҙ!" (Ҡөрьән, «Һуд» сүрәһе, 11:52).
Шулай итеп, аяттарҙан аңлашылыуынса, Аллаһ Тәғәлә ямғыр бирмәй икән, был – кешеләрҙең үҙҙәре ҡылған гонаһтары арҡаһында. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ﷺ: "Кешеләр үҙ байлыҡтарынан зәкәт түләмәһәләр, мотлаҡ ямғырҙан мәхрүм булырҙар. Әгәр хайуандар булмаһа, ямғыр бөтөнләй ҙә яумаҫ ине", – тигән (Ибн Мәджәһ йыйынтығынан, хәсән хәҙис). Мосолман ҡәрҙәштәр, фекерләп ҡарағыҙ, зәкәт – ул Ислам диненең өсөнсө рөкөнө (нигеҙе), ә беҙ бит диндең тағы ла мөһимерәк шартын – икенсе рөкөн булған намаҙҙы ла оноттоҡ! Күптәребеҙ намаҙ уҡымай. Бынан тыш, тағы ла меңәрләгән төрлө гонаһтар ҡылабыҙ, ҡайһыларыбыҙ хатта, берҙән-бер булған Аллаһты таныр урынға, Уға тиңдәштәр табып, уларҙың көстәренә ышанып, ярҙам көтөп маташа. Шунан инде эҫе булһа – ҡояшты, ел көсәйһә, елде һүгәбеҙ, ямғыр булмаһа, мыжыҡ бала кеүек зарланабыҙ. Ә бит беҙҙең хәлдә, киреһенсә, ямғыр яумауына түгел, ә уның ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы бер урындарҙа яуып үтеүенә аптырарға кәрәктер! Аллаһ Тәғәләнең оло рәхимлеге һәм оло сабырлығының билдәләре бит был.
Ел-дауыл менән дә шул уҡ – ул да бары тик Аллаһтың бер яратылмышы. Һәм елде Ул ҡайһы яҡҡа теләй, шунда йүнәлтә. Ел үҙе иһә бер нәмә менән дә идара итә алмай. Уны әрләп, кешеләр, ысынында, Бөйөк Аллаһ Тәғәләгә ризаһыҙлыҡ белдерә килеп сыға. Эйе, елдең һөҙөмтәһе кешелеккә ҡай саҡ насарлыҡ та килтереүе ихтимал, әммә был да тиктәҫкә генә түгел, ә бәндә тәүбә хаҡында уйланһын өсөн.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: "Елде һүкмәгеҙ. Әгәр ел сыҡҡанда күңелегеҙгә ятмаған нәмәне күрһәгеҙ: "Йә Аллаһ, беҙ Һинән был елдең хәйерле булыуын, ул елдең эсендәге нәмәләрҙең хәйерле булыуын һәм ул елгә әмер ителгән нәмәләрҙең хәйерле булыуын теләйбеҙ. Һәм беҙ Һиңә ошо елдең яуызлығынан, ул елдең эсендәге нәмәләрҙең яуызлығынан һәм ул елгә әмер ителгән нәмәләрҙең яуызлығынан һыйынабыҙ", – тип әйтегеҙ", – тигән (әт-Тирмиҙи, әл-Бохари, Мөслим, Әхмәт, ән-Нәсәи, әл-Хәким йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис).
Ел тураһында ул ﷺ тағы ла: "Ел – ул Аллаһтан еңеллек. Ҡайһы ваҡыт ул ниғмәт килтерә, ҡайһы ваҡыт – яза. Ел күтәрелһә, уны әрләмәгеҙ, ә Аллаһтан уны хәйерле итеүен һәм уның насарлығынан һаҡлауын һорағыҙ", – ти (Әбү Дауыт, әл-Хәким, әл-Бохари йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис).
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, кеше үҙ булмышы менән һәр ваҡыт тиерлек зарланырға ярата. Кемдәрҙер быны асыҡ белдермәһә лә, эстән булһа ла барыбер көйөп йөрөй: йә "яҙмышҡа", йә "боҙоҡ заманаға", йә сираттағы тапҡыр "тура килмәгән" һауа торошона һәм башҡаһы. Әммә, Ислам дине өйрәтеүенсә, һүҙҙәреңде генә түгел, уйҙарыңды ла һәр ваҡыт теҙгендә тоторға тырышыр кәрәк. Юғиһә, шайтан тиҙ генә үҙенең шыбырлауҙары менән ошондай ҡәнәғәтһеҙлектәр һәм һуҡраныуҙар аша Аллаһҡа ҡаршы ҡотортоуы ихтимал. Һауа торошона зарланып ултырғансы, булғанына шөкөр итеп, булмағанына өмөт итеп доғалар ҡылығыҙ – шулай күңелегеҙ ҙә таҙарыр, Аллаһ хикмәттәрен дә күрә, аңлай башларһығыҙ, ин шәә Аллаһ.


© "Ваҡыт!" гәзитенән

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: