Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Май , 09:50

ПИОНДАР СӘСКӘ АТҠАН

Өфө ботаника баҡсаһында ағас һымаҡ пиондар сәскә атҡан.

ПИОНДАР СӘСКӘ АТҠАН
ПИОНДАР СӘСКӘ АТҠАН

Өфө ботаника баҡсаһында ағас һымаҡ пиондар сәскә атҡан. Улар ҡалын, аҙ тармаҡлы, төҙ күп йыллыҡ үренделәре менән айырылып тора. Сирень дә сәскә атыуын дауам итә. Был хаҡта Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтының социаль селтәрҙәрендә хәбәр ителә.

Донъяла меңдән ашыу ағас һымаҡ пион сорты теркәлгән. Асыҡ сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың күп өлөшө Ҡытайҙа. Рәсәйгә ағас пиондары яҡынса 18-се быуат уртаһында индерелә һәм һалҡын оранжереяларҙа үҫтерелә.

Бынан алда «Башинформ» Өфөнөң ботаника баҡсаһы оранжереяһында эре сәскәле магнолияның сәскә атыуы тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:Дарья Субботина

https://www.bashinform.ru/

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: