Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Июнь , 11:45

ЭҪЕ, БОРСАҠ, ЙӘШЕН, ЯМҒЫР...

Алдағы көндәргә һауа торошо: 

ЭҪЕ, БОРСАҠ, ЙӘШЕН, ЯМҒЫР...
ЭҪЕ, БОРСАҠ, ЙӘШЕН, ЯМҒЫР...

Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн, 4 июндә, урыны менән боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°.

Шаршамбы, 5 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +12, +17, көндөҙ +24, +29 градус күрһәтәсәк.

Кесаҙна, 6 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +23, +28°.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: