Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Июнь , 09:35

«ТЫН» УЙЛАНЫУҘАРЫМ йәки КӘКҮКЛЕ СӘҒӘТ...

Ул ваҡытта урыҫса белмәгәс, үҙ телемдә йырларға уйланым.

«ТЫН» УЙЛАНЫУҘАРЫМ йәки КӘКҮКЛЕ СӘҒӘТ...
«ТЫН» УЙЛАНЫУҘАРЫМ йәки КӘКҮКЛЕ СӘҒӘТ...

Ул ваҡытта урыҫса белмәгәс, үҙ телемдә йырларға уйланым. Бер йыр менән дә таныш түгелмен, телемә ни килә, шул һүҙҙәрҙе теҙҙем, ә үҙемдең ике күҙем аттарҙа. Минең тауышты ҡабул итмәгән малҡайҙарҙың ҡайһылары бышҡырып алып, ҡолаҡтарын артҡа «ятҡырҙы». Улар шул рәүешле тынлыҡты боҙған кешене яратмауын күрһәтте. Тулыһынса сәхнә йондоҙо образына инеп, ҡулымды өҫкә күтәреп йыр һуҙып торғанда, ҡапыл аяғым тайып китте лә, секунд эсендә аҫҡа тәгәрәнем. Осоп барғанда, эйәгем менән ослайып сығып торған таҡтаға бәрелеп телемде тешләнем. Һуңынан өләсәйем, телеңде сығарып йырлап торҙоңмо ни тип әрләне. Ауыҙым ҡып-ҡыҙыл ҡан менән тулғайны. Тирә-яҡты яңғыратып, ҡысҡырып илап өй яғына тороп саптым, ҡаршыма өләсәй йүгереп килде. Баҡһаң, ул мине күҙәтеп торған. Телдәге ярам ныҡ тәрән ине, хатта бер нисә аҙна ашауы ҡыйын булды. Ул күңелһеҙ осраҡ миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе, башҡа бер ҡасан да телемде сығарып йырламаным...

Сәйәхәтсе Илнур БАЙГИЛДИНДЫҢ мажаралы хәлдәр тураһында яҙылған мәҡәләһе гәзиттең алдағы һандарының береһендә донъя күрәсәк. Гәзиткә яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар!

Л. Хәйруллина фотоһы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: