

Бер көн төндә “Нимә ҡарап ятаһың, танаң ауырый бит. Бар сыға һал, ҡара!”- тигән тауышҡа уянып киттем. Ҡатынымдың тауышы. Алғы яҡта ут яна. Ҡайта һалып, мине уятып, һарайға сығып киткәндер, тип уйланым башта. Тиҙ генә бишмәтте кейҙем дә йүгереп сыҡтым. Һарай ишеге асыҡ. Унда ла ут яна. Асыҡтан ишектән мөйөштә ятҡан тана күренә. Таңға табан мал врачын саҡыртып, саҡ быҙаулатып алдым.
Байтаҡ өйгә инергә ҡурҡып йөрөнөм. Өйҙә ҡатыным тауышы менән мине уятҡан кемдер бар кеүек тойолдо. Был хәлде ишеткән кешеләрҙең барыһы ла өй эйәһе шулай итеп беҙҙең һыйырҙы һаҡлап ҡалған тине. Бәлки, фәрештә лә булғандыр. Шуға күрә бөгөн һарайыбыҙ йәме булып үҫеп киткән был безәүкәйгә Фәрештә тип ҡушамат тағылды ла ҡуйҙы.
С. ҮРКЕНБАЕВ.