

Бөгөнгөһө менән ҡәнәғәт булмағандар, киләсәгенә өмөт итмәгәндәр йыш ҡына үткәне менән, бушҡа хыялланып йыуанырға яратыусан. Уй-хыяллыға үткәне йәмле, киләсәге өмөтлө инде ул - был һәйбәт йыуаныс.
Үткән менән генә йыуанып йәшәү - үкенес, киләсәккә генә өмөтләнеп йәшәү - хыялыйлыҡ, бөгөнгө менән генә йәшәү - елбәгәйлек. Үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген бергә бәйләп йәшәгән - аҡыллы.