

✓ Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ. Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт ҡылыр. Ундай кешегә изге эштәр рәхәтлек һәм ләззәт бирер.
✓ Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға насар доға ҡылмағыҙ. Алланың тәҡдиренә риза булығыҙ. Ниғмәттәрен арттырыуҙы һорап, доға ҡылығыҙ.
✓ Эшләмәйенсә доға ҡылғандар - ҡоралһыҙ һуғышҡа киткән кеүек булырҙар.