

✓ Ғүмер аҙағында ғына күптәр ғүмерҙең ҡәҙерен аңлай. Аңлай, ләкин ҡәҙерен күрергә һәм ҡәҙерләргә ваҡыты аҙ ҡала.
✓ Ғүмер ҡыҫҡарған һайын, эшләнмәгән эштәрең арта, пландар күбәйә.
✓ Әҙәмсә йәшәй башлағайным, саҡ йәшәү мәғәнәһен һәм йәмен тапҡайным, ғүмер аҙағы ла килеп еткән, имеш, тигән, ти, бер дәрүиш.
✓ Гел иртәгә тип йәшәп, иртәгәнән мәхрүм ҡалма. Иртәгәһен өмөт итеп, бөгөнгөһөнән буш ҡалма.
✓ Үткәндән һабаҡ алмай, хәҙергенең ҡәҙерен, киләсәктең маҡсатын белеп булмай.