

Мин дә һеҙҙең кеүек кешемен. Әҙәм балаһы уйлаған фекер ҡайһы ваҡыт хата, ҡайһы ваҡыт хаҡ булыр. Әммә әгәр ҙә мин һеҙгә Аллаһу Тәғәлә бойороғон еткерәм икән, бында һис бер ваҡыт ялғанға урын ҡалмаҫ. Ялған һүҙ һөйләмәм. Уны ҡабул итегеҙ.
Элекке өмөттәр һәләкәте ике нәмә арҡаһында булды: араларындағы мәртәбәле кешеләр урлашһа - яза бирмәнеләр, зәғиф кеше урлашһа, уларға иң ҡаты яза бирелде.
Аҙға ла ҡәнәғәт бул - мохтаж булмаҫһың, көнсөллөктән ҡотол - тыныс булырһың, тыйылғандан тыйыл - иманың саф булыр.
Үткәндәргә йәбешеп ятмағыҙ, үпкәләүҙәр, рәнйештәр менән йәшәмәгеҙ. Бәхетле мәлдәрегеҙҙе хәтерләгеҙ, кеше тормошонан көнләшмәгеҙ. Аллаһу Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙы тейештер тип ҡабул итегеҙ һәм үҙегеҙҙә булғандың ҡәҙерен белегеҙ. Хоҙайҙың биргәнен бер мәлдә генә юғалтыу бер ни тормай.
Дини китаптан.