

Әлиә диңгеҙ буйындағы бәләкәй генә бер ҡалала йәшәй. Ул бында ҡәһүә һатҡан киоскыла эшләй һәм һәр көндө төрлө кешеләр менән осраша.
Ҡыҙ, һалҡын ҡышлы тыуған яғын ташлап, диңгеҙ буйына күсенгәйне. 25 йәше тулған һылыу бер нисә тапҡыр егеттәр менән осрашып ҡараһа ла, йөрәге ирекле булып ҡала килде.
Ул аниматор булып та эшләне, икмәк тә һатты, бөгөн иһә диңгеҙ буйындағы киоскыла ҡәһүә һата. Ҡуртымға алынған фатирға, ашау-эсеүгә, кейенеүгә еткән аҡсаһынан әсәһенә ярҙам итерлек тә өлөш сығара. Тыуған яғын һағынғанда, ҡайтып та килгеләй.
Бер көндө ҡалаға Таһир исемле рәссам килде. Диңгеҙ буйындағы бәләкәй ҡалаға илһам эҙләп килгән егерме ете йәшлек егет бер ҡунаҡханала туҡтаған икән. Ижад кешеһенең бер урында ғына ултырып эшләргә теләге юҡ ине: ул сәйәхәт итергә ярата. Бында ул ни бары аҙна-ун көн торорға йыйына. Иртәнсәк Таһир ҡәһүә эсеү урыны эҙләп сығып китте лә, диңгеҙ буйында теҙелгән киоскылар барын күреп ҡалып, шул яҡҡа табан атланы.
Ҡыҙ эшләгән урамға хуш еҫ таралғайны. Ҡунаҡ егет уның янында туҡтаны ла, Әлиәнең матурлығына таң ҡалды. Ҡара бөҙрә сәсле, йәшел күҙле ҡыҙ егетте бер күреүҙә ғашиҡ итте. Шул көндән алып рәссам көн һайын тиерлек шул яҡҡа килә башланы. Йәштәр танышып, ҡыҙҙың эше бөткәс, бульвар буйлап йөрөнө, тормош һәм сәнғәт тураһында һөйләште, көндән-көн хистәре лә нығый барҙы. Ҡайтып китер ваҡыт еткәс, Таһир уны ҡалдырырға теләмәне: өйләнешеп, бергә сәйәхәткә китергә тәҡдим итте, донъяның төрлө урындарында илһам эҙләргә сығарҙы. Аҙна-ун көн таныш ҡыҙға егет кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны.
Йәштәр хәҙер бергә донъя буйлап сәйәхәт итә: береһе рәсем яһай, икенсеһе фотоға төшөрә, һәр кем ижади фекере менән уртаҡлаша. Бер аҙҙан пар ҡыҙҙың тыуған ҡалаһына ҡайтып төпләнергә йыйына. Был матур тарихтың дауамлы булыуын теләйбеҙ...
Фото архивтан.