

Төн уртаһында ниндәйҙер ауыр нимә өҫтөндә ятҡанын аңлай, әммә ләкин уяна алмай ыҙалана. Көс етерлек түгел, уянып та булмай. Шулай көрәшә торғас, ниһайәт уянып китә. Ни күҙе менән күрһен, ятҡан түшәктәре, мендәре, юрғаны еп-еүеш, үҙенең хәле бөткән, манма тиргә батҡан тәне бер ҡалтырай, бер туҡтай. Ул төндө таңға тиклем керпек тә ҡаҡмай үткәрә. Икенсе көнө йоҡларға ятҡас был хәл тағы ла ҡабатлана. Ул ғына түгел уянып киткән сағында ниндәйҙер аҡ нимә күҙенә салынып ҡала. Ҡото осҡан ҡатын иртәгәһенә сараһыҙҙан был хәл тураһында әсәһенә һөйләргә була. Күпте күргән, үҙе дин юлында йөрөгән әсәһе Һәфтиәк китабын бирә һәм Ҡөрьәндең йөрәге булған Аятель Көрси доғаһын уҡып ятырға ҡуша. «Һиңә ҡыҙым шайтан эйәләшкән, яңғыҙ йәшәгән ҡатын-ҡыҙға йәбешеп кенә бара шул ул» - ти әсәһе. Шулай итеп көндә йоҡлар алдынан ошо доғаны өс тапҡыр уҡып ята башлай. Башта уҡыуы ауыр була, ниндәйҙер тауыш, көс уҡырға ҡушмай, әммә барлыҡ көсөн һалып уҡый Гөлгөнә. Яйлап яйлап ҡына был тауыш тына бер көндө килеп бөтөнләй юҡҡа сыға. Уҡый торғас теге доға ла ятлана. Шул ваҡиғаларҙан һуң доғаның иҫ киткес көсөнә ышана ул. Аятель Көрси доғаһы менән генә сикләнеп ҡалмай, шул китапта булған башҡа ҡыҫҡа ғына сүрәләрҙе ла ятлап ала. Бер көндө лә ҡалдырмай уҡып ята.
Бына шулай йәмәғәт, ышанһаң ышан, ышанмаһаң юҡ. Доға уҡый башлағандан алып төндәре тыныс үтә, шайтандар яҡын килә алмай. Донъяға ҡарашы ла үҙгәрә, элек еңел ҡараған нимәләргә икенсе күҙлектән ҡарай башлай. Шуға күрә белгән доғаларыбыҙҙы уҡып йөрөйөк, белмәгәнен өйрәнәйек, эй ул миңә ҡағылмай тип, ҡул һелтәмәйек. Һәр эште башлағанда ла, ризыҡта башлап ҡапҡанда ла бисмилланы әйтеп башлайыҡ.
Гөлкәй Ғәбдрәшитова