

Ауылда йәшәгән ваҡытта башымдан үткән ғибрәтле, ҡыҙғаныс, көлкө шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс хәл иҫемә төштө.
Йәмле йәй! Шул тиклем эҫе, һыу буйынан ҡайтҡыла килмәй! Һеңлем менән Ҡаҫмарт буйында кер йыуабыҙ, шаярып - көлөп һыу инеп алабыҙ.
Яр буйында коляскала һеңлемдең 6 айлыҡ ҡыҙы йоҡлай, ә минең 7 йәшлек ҡыҙым бер туҡтауһыҙ һыу сәсрәтеп, яр ситендә һыу инеп мәж килә.
Шулай ваҡыттың үткәнен һиҙмәйҙә ҡалғанбыҙ. Кис етеп ауыл көтөүе ҡайтаҡанда икән, мал һыу буйына төшә башланы. Ә көтөүҙә ныҡ ҙур,
ажғырып торған уҫал тоҡом үгеҙе бар ине. Ул үгеҙ күрше ауылда ҡараусыһын һөҙөп үлтергән йыртҡыс ине. Беҙҙең ауылға ҡасыпмы, аҙашыпмы килеп сыҡҡан, хәҙер онотолған инде.
Шул үгеҙ ажғырып, ер тырнап беҙгә етеп килгәнен күргәндә һуң ине, ҡасып ҡотолор юл юҡ һымаҡ ине. Ҡайһы арала колясканан баланы йолоп алғаныбыҙҙы, ҡыҙымды етәкләп аръяҡҡа осопмо, йөҙөпмө, йүгерепме сыҡҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Һуҡмаҡ буйлап урманға сумдыҡ, аҡты - ҡараны күрмәй елдерәбеҙ генә.
Беребеҙҙең ҡулы талһа, икенсебеҙ баланы алып, ҡыҙымды етәкләп йүгерәбеҙ. Үгеҙҙең ҡалырҙан уйы юҡ! Табышын тойған йыртҡыстың эҫе тыны, өтөп - өтөп ала.
Юл яҙлыҡтырырға тырышып, йә ҙур юлдан, йә һуҡмаҡҡа төшөп ҡаса торғас, шоссегә килеп сыҡтыҡ. Һеңлем менән ике баланы, өсәүһен бер ыңғай күтәреп, беренсе осраған машинаға тыҡҡас:
- Что это такое? Вы кто такие? Ану-ка выходите из машины! - тигән, сәрелдәк, сарға тауышҡа иҫемә киләм.
- Пожалуйста, возьмите только детей! Ради БОГА! За нами гонится разъяренный бык! Спаcите детей! Я не сяду, троих возьмите, пожалуйста довезите до деревни! - тип машина ишеген япҡанда, өҫтөмә ябырылып килгән үгеҙҙе күрҙем!
Ҡалғанын иҫләмәйем! Нимә булһа ла аңларлыҡ хәлгә килгәндә, үҙемде ауыл эргәһендәге күпер янында, һеңлем менән, балаларҙы ултыртып ебәргән машинаны көтөп торған хәлдә күрҙем! Һуңынан һеңлем һөйләне:
- Машина ҡуҙғалып киткәс, эй апайымды үгеҙ
имгәтмәһә ярар ине, ой, ой имен генә булһын инде тип, башымды борғолап һине эҙләйем. Артта һин күренмәйһең, үкереп илай-илай алға әйләнәм дә күрәм: 20 метр тирәһе алда һин йүгерәһең апай, юҡ йүгермәйһең, ялп - йолп килеп осаһың ғына! Һине үгеҙ түгел машина ла ҡыуып етерлек түгел ине.
Машинанан балаларҙы сығарып алып, рәхмәт әйткәндә, ирле - ҡатынлы машина хужаларының ҡурҡыуҙанмы, аптырауҙанмы ҙур асылған күҙҙәрен абайланым. Беҙ ауылға инеп киткәндә машина һаман урынынан ҡуҙғалмаған ине. Ниндәй көс? Ҡайҙан хасил булған? 112 кг. ауырлыҡтағы ҡатынға, машинаны ла ҡыуып үтеп китерлек көс, етеҙлек ҡайҙан килгән?!
Зилдә Хәмиҙуллина.
"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән.
Автор фотоһы.