

Рәсүл, ғәләйһис-сәләм, әйтте:
- Бер көн Мәҙинә ҡалаһында хөрмә ағастары араһында йөрөнөм, хөрмә ағастары төбөндә бер аҙ ултырҙым. «Ғәжәп, минән һуң өммәттәремдең хәле нисек булыр икән?» - тип фекер иттем. «Хаҡ Тәғәлә быларға ни хөкөм итер: ҡәһәр ҡылырмы икән йәки рәхмәт ҡылырмы икән?» - тинем.
Шул хәлдә Ябраил килде, Аллаһу Тәғәләнән сәләм килтерҙе. Янымда бер аҙ ултырҙы, ҡараны, ағас башында бер ҡош күрҙе һәм көлдө. Мин һораным:
- Эй ҡәрендәшем, Ябраил! Ниҙән көлдөң? - тинем.
Ябраил әйтте:
- Эй Тәңре пәйғәмбәре! Башында аҡылы бар кеше ҡасан бер мәҙәк нәмә күреп, көлмәй ҡалыр? - тине.
Әйттем:
- Ябраил, ни мәҙәк хәл күрҙең? - тинем.
Ябраил әйтте:
- Эй Рәсүлүллаһ! Ағас башында ултырған шул ҡошто күрәһеңме? - тине.
Мин:
- Эйе, күрәмен, - тинем.
Ябраил әйтте:
- Ғәжәп түгелме, ул ҡош ауыҙында бер йомарлам балсыҡ тотор, әйтер: «Барам, ауыҙымдағы ошо балсыҡты был йыһан диңгеҙенә һалам, диңгеҙҙәрҙе быуып ҡуям, һис бер әҙәм ул диңгеҙҙәрҙән йөрөмәһен һәм файҙа күрмәһен», - тип.
Мин дә ҡарап, уның ауыҙындағы кескенә балсыҡ йоморсағын күрҙем, «Ғәжәп нәәлер» тинем. Шунан һуң Ябраил әйтте:
- Эй Рәсүллуллаһ! Шул ҡоштоң ауыҙындағы балсыҡ күпме инде, шуның менән был йыһан диңгеҙҙәрен быуып туҡтатырға теләйҙер. Ә бит бының кеүек йөҙ мең ҡоштоң балсығы менән дә ул диңгеҙҙәрҙең быуылып туҡтаясағы юҡ.
Инде, эй Мөхәммәт! Һиңә һөйөнөс булһын һәм барса мөьминдәргә ҡыуаныс булһын: һинең өммәттәреңдең языҡтары Хаҡ Тәғәләнең рәхмәт диңгеҙҙәре ҡаршыһында шул ҡоштоң ауыҙындағы балсыҡ ҡәҙәре юҡтыр, былар өсөн һис ҡайғырма, - тине.
Дини календарҙан.