Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ

  1970- се йылдар.... Халыҡтың дәртләнеп йәшәгән сағы, ауылдарҙа тормош гөрләй. Кышын - йәйен бала-саға тауышы тынмаған урамдар, кистәрен гармун тартып йырлап үтеүсе йәштәр ауылдың йәме, киләсәге, өмөтө.    

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡЯҙмыштарҙан уҙмыш юҡ
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ

1970- се йылдар.... Халыҡтың дәртләнеп йәшәгән сағы, ауылдарҙа тормош гөрләй. Кышын - йәйен бала-саға тауышы тынмаған урамдар, кистәрен гармун тартып йырлап үтеүсе йәштәр ауылдың йәме, киләсәге, өмөтө.

       Нәзир ағай мал яратҡанға күрә, яҙмышын мал-тыуар менән бәйләй. Мал табибы һөнәрен үҙләштерә, ҡулына диплом алған егет тыуған ауылына ҡайтып мал табибы булып хеҙмәт юлын башлай. Көндөҙ бар булмышын эшкә бирһә, кистәре уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үтә йәш егеттең. Форсаты сыҡҡанда күрше ауылдарға ла киске уйынға йөрөйҙәр. Шунда осрата ла инде Нәзир ғүмерлек мөхәббәтен. Әминә исемле сибәр ҡыҙға мөкиббән китеп ғашиҡ була. Йөрәктәге мөхәббәт ялҡынын туҡтатырлыҡ түгел, иртән дә, кисен дә уйҙары Әминәгә барып тоташа. Ҡыҙ ҙа егеттең хистәренә ыңғай яуап биргәс оҙаҡҡа һуҙмай ғына йәштәр өйләнешәләр. Егеттең тыуған ауылында төпләнәләр, башҡа сығырғы мөмкинселек булмағанға күрә башта йәштәр егеттең әсәһе менән бергә йәшәйҙәр. Мөхәббәттәре билгеһе итеп йорт ҡаршыһына алмағас ултырталар. Әминә һауынсы булып эшкә керә. Һәҙиә инәй эштән ҡайтыуҙарына ашарға бешереп, йорттағы ваҡ-төйәк эштәрҙе тамамлап ҡуйыр була килене ҡайтыуға. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, һәр бер эште башлар алдынан килен менән ҡәйнә кәңәшләшеп бергә эшләйҙәр. Шулай татыу ғына итеп биш йыл үтеп китә. Донъя түңәрәк булһын өсөн өйҙә сабый тауышы ғына етешмәй. Әминәнең йөрөмәгән табибы ҡалмай, аҙаҡҡы сиктә төрлө ырымлаусыларға ла мөрәжәғәт итергә тура килә. Тик береһең дә файҙаһы теймәй. Һуңғы йылдарҙа ошо сәбәп арҡаһында ир менән ҡатын йыш ҡына һүҙгә лә килә башлай. Йәш ирҙең эштән ҡыйыш тейәп ҡайтҡан саҡтары йышая, иҫерек килеш ҡул да күтәрергә тартынмай. Бер көндө шул тиклем ныҡ эсеп ҡайта, Әминәне оҙон толомонан тотоп өйҙә елтерәкләтеп йөрөтә. Араларына Һәҙиә инәй кереп киленен аралап ҡала. Һәҙиә инәй ҙә бик борсола, улының атай була алмауында киленен ғәйепләй. Бала булмау сәбәпле ғаилә нигеҙе ныҡлы ғына ҡаҡшай. Шулай ҙа Әминә айырылып ҡайтырға ашыҡмай, яҙмышым шулдыр тип күнеп йәшәргә ниәт итә. Сөнки икеһе лә бер-береһен яратып өйләнешәләр бит, Нәзирҙең дә үҙен яратуыуын ниндәйҙер бер эске тойғо менән тоя.

       Йылдар аҡҡан һыу һымаҡ аға. Ауыл бик бәләкәй булғанға кемдең нисек йәшәгәнен барыһы ла белеп тора. Балаһыҙлыҡҡа күнгән йәштәр бер-береһен хөрмәт итеп, бер-береһенә оло мөхәббәт менән йәшәүҙәре күп кенә кешеләрҙе көнсөллөккә батыра. Шундай кешеләрҙең береһе Әминәгә нахаҡ яла яға, ялаһын иҫбат итеүсе әйберҙәрен дә табып Нәзиргә күрһәтә. Нәзир быға ышана, асыу-ярһыу фермаға килеп Әминәнең яурынан тотоп ала. Шул ваҡытта ҡатындың яурынынан күлдәге йыртылып китә. Теге һөсләткән ир ауыҙын шапылдатып, ҙур бер кинәнес менән ҡарап тора. Ниндәй генә һүҙҙәр ишетһә лә, ҡул көсөн татыһа ла йәшәргә ынтылған Әминә был ғәрлекте кисерә алмай. Тыуған ауылына, туғандарына килеп алыуҙарын һорап хәбәр ебәрә. 

Был мөхәббәт тарихы нимә менән тамамланғанын "Көнгәк" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас