

Үҙеңә, йә үҙеңдең яҡындарыңа ҡағылмаһа, тормоштоң кире яҡтарын күрмәйһең икән ул. Бер ҡатындың һөйләгәндәрен тыңлап оҙаҡ уйланып йөрөйөм. Был ваҡиға, күптән бергә аралашып, эс серҙәрҙе бүлешкән ҡатындың ауыҙынан сыҡҡас, мине бөтөнләй хафаға һалды.
- Миңә ен эйәләште бит!
- Кит, әй, булмаҫ!
- Эй, шулай тип әйтереңде белдем инде. Ышанмаҫ инем мин дә. Ләкин ысын шул!
- Йәле, нисегерәк була ул? Ҡайҙа, нисек күрҙең?
- Белеп тораң бит ир менән нисек йәшәгәнде. Иҫәпкә бар, һанға юҡ тигәндәй. Эсһә, айлап өйгә ҡайтмай. Ҡайтһа ла мәңге иҫерек ирҙе кемдең яҡынайтҡыһы килһен дә, кемдең һаһыҡ ирҙе ҡосаҡлап ятҡыһы килһен. Ирле килеш, ирһеҙ үтте инде ғүмерем. Хәҙер йәш тә бара бит инде, ярты ғүмер үтелде. Кемдер миңә, һин, ен менән йәшәйәсәкһең тиһә, биллаһи, ышанмаҫ инем. Ә был осраҡ үҙем менән булды. Хәҙер уйлауы ла ҡурҡыныс. Ә бер уйлаһаң, намаҙға баҫҡас та шул ен ирҙе уйлап, һағынып этләндем бит мин. Туҡта, баштан һөйләйем әле, ниңә һинең башыңды ҡатырырға.
Бер шулай, ирҙең сираттағы "гастроле". Иртәрәк йоҡларға яттым. Өйҙә япа - яңғыҙым. Инде ихлас йоҡлап ҡына киткәнмен, арҡама-арҡа терәп бер кеше ятты бит. Ир ҡайтып ятҡанын да белмәгәнмен тип һәрмәп ҡарайым, тахтаның ярты яғында бушлыҡ. Аптырап тиҙ генә утты ҡабыҙҙым, бер кем юҡ. Бисмилламды уҡыным да кире яттым. Өйҙә шылт иткән тауыш юҡ. Йоҡлай алмай ятып серем итә генә башлағайным, баяғы нәмә тағы арҡа терәп ятып алды. Хәҙер инде ҡыбырларға ла ҡурҡып ятам. Арҡа терәп ятҡан "йән эйәһе" нең тын алышына тиклем ишетелгән кеүек. Бына яйлап ҡына мине иркәләй башланы. Мин ней ҡысҡыра алмайым, ней тороп китә алмайым. Кинәт, йән әсеһенә ҡысҡыра, һүгенә башланым. Тора һалып йәнә утты ҡабыҙҙым. Тирә - яғымды ҡарайым, бер кем юҡ. Йөрәк дарҫлап тибә башланы. Йоҡо ҡайғыһы китте. Аш - һыу бүлмәһенә инеп йөрәк дарыуы эстем, сәй ҡайнатырға ҡуйҙым. Был төнөм шулай керпек тә ҡаҡмай үтте. Эштә иҫәңгерәп йөрөп ҡайттым. Хеҙмәттәштәрем дә миндәге үҙгәреште һиҙмәй ҡалманы әлбиттә. Уларҙың күп һанлы һорауҙарына сирләп торам тип кенә яуапланым. Аңҡы-тиңке йөрөп, эш сәғәтен тултырҙым. Тағы буш фатирға ҡайтып индем. Ҡайтҡас та, һәр шкаф, һәр диван аҫтын ентекләп ҡарап сыҡтым. Ни өсөндөр ҡайҙалыр, кемдер йәшенеп торалыр кеүек булып тик торҙо. Билдәле, бер кем юҡ. Ҡышҡы көн дә ҡыҫҡа. Бына төн етте. Урын һалдым. Был юлы, утты яндырып ятырға булдым. Кисәге төн йоҡоһоҙ үткәс, башым яҫтыҡҡа тейеү менән йоҡлап киткәнмен. Төш күрәм. Мине ниндәйҙер таныш булмаған ир наҙлай, иркәләй. Шул тиклем рәхәт! Мин дә наҙына-наҙ менән яуап бирәм. Рәхәтләнәбеҙ. Нисәмә йыл ир менән йәшәп бындай наҙҙы татығаным юҡ. Рәхәтлектән башым әйләнә. Шарҡылдап көләм, рәхәтлектән татлы йылмаям. Ошо хәлдең оҙон - оҙаҡ дауам итеүен теләйем. Кинәт, уянып китәм. Баяғы иркәләү дауам итә. Төш тигәнем, өн икәненә аптырайым. Тирә - яғымды һәрмәп ҡарайым бер кем юҡ. Ҡысҡырырға уйлайым, тауышым сыҡмай. "Тик ят, ҡысҡырма! Әле генә рәхәтләнә инең бит", - ти бер тауыш. "Теймә миңә! Хәҙер ҡысҡырам!" "Ҡысҡыр, ете төн уртаһында һине кем ишетһен!" Шундай осраҡта ныҡ итеп һүгенергә кәрәк тигәндәрен иҫләп, белгән һүҙҙәремде әйтәм. Уның һайын "йән эйәһе" шарҡылдап көлә. Һаман мине ойпалауын дауам итә. Ошо йәшемә етеп бер "Фатиха" сүрәһен ятлап алғайным. Шул сүрәне әйтә башланым. Бына бер ваҡыт: "Уны әйтмә! Беҙҙә ул телдә һөйләшмәйҙәр. Өндәшмә, тик ят!", - ти. Мин уның һайын ҡабат - ҡабат "Фатиха"ны ҡабатлайым. Һиҙәм теге "йән эйәһе" яйлап юҡҡа сыҡты. Ләкин, минән улай ғына ҡотолорға уйлама, мин һинең янға кире киләм әле. Һин миңә оҡшай башланың, мин дә һиңә оҡшаным бит" , - тине лә "йән эйәһе" юҡҡа сыҡты...
Райхана Булатова.
(Дауамы бар)