Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Төндәге осрашыу

       

Төндәге осрашыуТөндәге осрашыу
Төндәге осрашыу

Совет заманы.... Халыҡтың шайтан-пәрейҙәргә, дингә ышанмаған ваҡыты. Шулай Фәһим исемле егет һуңлатып ҡына оҙон юлдан ҡайтып килә. Ауылына ете-һигеҙ саҡрым тирәһе генә ҡалып барғанда фар яҡтыһында бер шәүлә күреп ҡала. Яҡшылабыраҡ ҡараһа еңел генә кейенгән бик сибәр ҡыҙ баҫып тора икән. Егет уны-быны уйламай был ҡыҙҙы ултыртып ала. Сибәрлегенә һушы киткән егет ошондай ҙа ҡыҙ була икән, торғаны бер кәртинкә тип һоҡланыуын йәшермәй. «Ҡайҙа бараһын, былай һуңлатып, өҫтөңә лә бик еңел кейенгәнһең» - тип һорай. «Һин ҡайҙа бараһың, мин дә шунда барам» - тип яуапламаһынмы. Егет бындай яуапты әлбиттә көтмәгән була, ҡаушап ҡала. Шулай ауылға етергә бер саҡрым тирәһе ҡалғас Фәһимдең күҙе ҡыҙҙың аяҡтарына төшә, ни күҙе менән күрһен, аяҡтары кәзә тояҡтарына оҡшаған. Егеткә эҫе һыу ҡойҙолар меней, нишләргә лә белмәй. Машинанан төшөүен һорай, ҡыҙ ризалашмай, ултырыуын белә. Шунан ҡарттарҙың һөйләгәне иҫенә төшә: « Ен-пәрей юлығыҙҙа осраһа алама итеп һүгенегеҙ». Әлбиттә ул ваҡытта егет был һүҙҙәргә көлөп ҡарай, тик хәҙер уның хәле көлөрлөк түгел ине.  Олоһонан төшөрөп һүгенеп ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Шунан теге ҡыҙ «Ярар инде, мин ауыл осонда төшөп ҡалам, һүгенмә» - ти. Ысынлап та ауыл осонда төшөп ҡала. Егет өнөммө -төшөммө тип аптырап бер аҙ ултыра. Был хәлде кешегә һөйләргәме әллә юҡмы, кеше ышанырлыҡ хәл түгел, шулай ҙа өләсәһенә һөйләргә була. Өләсәһе совет заманы тыйһа ла, намаҙын ҡалдырмай уҡыған әбей була. Ейәненә ҡыҫҡа ғына Ҡөрьән сүрәләрен уҡып йөрөргә ҡуша. Шул көңдән башлап шайтандарҙың, ен-пәрейҙәрҙең барлығына ышана, өләсәһе биргән доғаларҙы уҡып йөрөй. Әлеге көндә алтмышын тултырған Фәһим ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп үҙе лә намаҙын ҡалдырмай күркәм донъя көтә.

Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас