

Элек колхоз ваҡытында, иген йыйылып, мал-тыуар кәртәгә кергәс, урман ҡырҡырға колхозсыларҙы яҙға тиклем Бөрйәнгә эшкә ебәргәндәр. Минең атайымды ла ебәрергә булғандар. Әсәйемдең янында ул ваҡыт дүрт бала, бишенсеһе ҡулында бер нисә айлыҡ ҡына булған. Ауыр замандар, кәртәңдә малыңа бесәнең, ихтаңда утының булһа бик шәп, булмаһа йылға буйына ҡаҙан аҫтына яғырға көн һайын сытыр ташый торған инек.
Шулай итеп атайҙы оҙатып, һәүетемсә генә донъя көтөп ятабыҙ. Бер көн беҙгә ғүмер аяҡ баҫмаған Мөршиҙә апай килеп керҙе, әсәйем урындыҡта бәпес имеҙеп ултыра. Апай өҫтәл янындағы ултырғысҡа әсәйемә ҡаршы ултырып, ауыл яңылыҡтарын һөйләне, йомошон йомошлап хушлашып сығыр алдынан әсәйемә.
-Аптырап ултырам әле, Харис ағайҙа, һиндә ҡуңғыр йөҙлө, һоро күҙле кешеләрһегеҙ, ә был балағыҙ ап-аҡ йөҙө, зәңгәр күҙле, шалҡандай матур бала, һис кенә лә үҙегеҙгә оҡшамаған, ҡара башҡортҡа - тип, көлөп ҡуйҙы.
Әсәйем:
-Әстәғфирулла тәүбә тиген Мөршиҙә, ҡайныма оҡшаған бит бала, иҫеңә төшөр,ҡайным аҡ йөҙө, зәңгәр күҙле кеше ине бит -тигән булды.Мөршиҙә йомошон йомошлап ҡайтып китте, бапесте йоҡлатып саңгелдәккә һалды әсәйем. Шул кисте туғаныбыҙ сәсрәп ауырып китте, көндә юҡ төндә юҡ илайҙа илай, температураһы күтәреледе. Күршелә урыҫ ғаиләһе йәшәй ине, беҙ уны бабушка тиеп йөрөтә инек, беҙҙең хәлдәрҙе ишетеп, бер көндө бабушка Маруся килде, уның ҡыҙы Мәләүез болницаһында фельдшер булып эшләй ине.
- Мәләүезгә алып барырға кәрәк, ҡыҙым Валя ярҙам итер тура үҙенә барырһың, - ти. Әсәйем колхоздан ат һораған булды, Мәләүез беҙҙән 25 саҡрым, ат бирмәнеләр тип илап ҡайтып керҙе.
Өсөнсө көнөнә туғаныбыҙҙың ҡул суғына шешек сыҡты,унан икенсе шешек сығып һытылды, өсөнсө шешек тап ҡан тамырының өҫтөнә сыҡты ла, туптай йомро бала мәңгелеккә китеп тә барҙы. Маруся инәй килеп, илай-илай баланы йыуышып, күршеләр менән ерләп тә ҡуйҙылар.
Аҙаҡ әсәйемә Мөршиҙәнең күҙе ҡаты бит, күҙе тейгәндер, күлмәгенән һүренте алып өшкөртергә кәрәк булған бит тип тә әйтәләр. Әсәйем һуңынан үҙе лә, "Мөршиҙә һоҡланып ҡараһа, йүгерөп йөрөгән себеш тә ятып үлә, - тигән һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрөп, бик тә үкенә торған ине. Ваҡыты, дәүере шулай булғандыр, хәҙер 25 саҡрым ара лә түгел, ул ваҡытта машиналар юҡ, атһыҙ ҡара көҙҙә йәш бала менән ҡайҙа бараһың. Был ваҡиға үткән быуаттың тап 1953 йылында була ла инде.
Хәҙисә Юдаева.