

Һуғыш осоро балаларына күп михнәттәр күрергә тура килә. Ир-егет яу ҡырында, ауылдарҙа ҡарт-ҡора, бала-саға ғына тороп ҡала. Ҡул араһына кергән һәр балаға эш эләгә. Ун етеһе тулып та өлгөрмәгән Һылыубикәгә трактор йөрөтөргә ышанып тапшыралар. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн йәше лә, ҡарты ла берҙәй тырыша.
Бына көтөп алған Еңеү яҙы. Күп кенә ир-ат кире әйләнеп ҡайтмай, ҡайтҡандары ла йә ҡулһыҙ, йә аяҡһыҙ. Һылыубикәнең күҙе төшөп йөрөгән егете хәбәрһеҙ юғала. Кейәүгә сыҡмаҫҡа ҡарар итә. Бер аҙ тракторист булып эшләгәс, тракторист ир-егет эше, һуғыш тамамланды, трактор йөрөтөргә кешеләр бар, һин быҙау ҡарарһың тиҙәр. Ҡыйыу, үткер ҡыҙ аптырап ҡалмай, ризалаша. Совхоз эше менән янып, эшенән йәм табып йәшәй бирә. Һоратырға килеүселәр ҙә була, тик тәүге мөхәббәтенә тоғро ҡалырға ҡарар иткәс тәҡдимдәрҙе кире ҡаға килә. Бер көндө иртән төш күреп уяна, күҙ атып йөрөгән егете төшөнә кереп, кейәүгә сыҡ, яңғыҙ ҡалма тип аңғарта. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡаланан ҡайтып килгән сағында бер машинаға ултырып ҡайта. Водитель менән һөйләшеп китәләр. Баҡтиһәң урыҫ егете булып сыға. Ярар инде урыҫ булһа ла барайымда ҡуяйым тип ризалаша. Петрҙың туғандары, атай-әсәһе лә юҡ икән. Ике лә уйлап тормай башҡорт ауылына йәшәргә килә. Киномеханик булып эшкә керә, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ул замандарҙа киноға күпләп йөрөйҙәр. Бала-саға үҙен яратып «Питке бабай» - тип йөрөтә. Балалары булмаһа ла татыу ғына ғүмер итәләр. Петр иллеһен дә тултыра алмай вафат була, Һылыубикә апай ҡалған ғүмерен яңғыҙы үткәрә. Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлыҡта бәхет кәрәк тигәндәре дөрөҫ икән шул. Һылыубикә апай көндән-көн үҙенә бикләнә бара, кешеләр менән аралашҡанда ла үҙен сәйер тота башлай. Йомош менән кергән күршеһе сәйерһенеп, аптырап сыға. Ул кергән ваҡытта апай кем менәндер әрләшкән кеүек тойола, керһә берәү зә юҡ. Һылыубикә апайҙың: «Бына ҡыҙымды тыңлата алмайым, ҡушҡан эштәремде лә эшләмәй, тик ултыра» - тигән һүҙҙәре тамам шаҡ ҡатыра. «Һуң апай, берәү ҙә юҡ бит» - ти аптырап. «Нишләп булмаһын, ана бит өҫтәл артында ултыра, һап-һары, бөҙрә сәсле, ҡурсаҡ кеүек» - тип яуаплай. Күршеһе эштең нимәлә икәнен аңлай, башҡаларға ла һөйләй. Шунан һуң уға «алйыған ҡарсыҡ» исеме тағыла. Һыуыҡ көҙгө әсе елдә күлдәксән генә сығып йылға буйҙарында, яландарҙа йөрөп ҡайта башлай. Шырлыҡтарҙан йөрөй, батҡаҡ кисә, төрлө кеше ашамаған емештәрҙе, үләндәрҙе йыя. Шайтан шулай итеп йөрөтә быны, күҙҙәрендә нур бөтә. Ен-пәрейҙән ҡотола алмай, үлгәнсе шулар менән йәшәй Һылыубикә инәй.
Гөлкәй МӘЖИТОВА