Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Үкенесле ғүмер

       

Үкенесле ғүмерҮкенесле ғүмер
Үкенесле ғүмер

Нуриян йәш сағында бик сибәр, оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егет булды. Күп кенә ҡыҙҙарҙың күҙе төшөп йөрөгәнен дә белә, һиҙә егет. Шуғалыр ҙа әҙерәк маһайыу яғы ла юҡ түгел ине. Ҡыҙҙарҙың әле береһен, әле икенсеһен оҙатып йөрөй торғас 25 тулғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Байтаҡ ҡына класташтары атай, әсәй булып үҙ аллы донья көтәләр.

      Көндәрҙең бер көнөндә ошо ауылға ҡунаҡҡа килгән Люциә исемле һөйкөмлө ҡыҙ Нуриянға ғашиҡ була. Тик егет быға бик иғтибар итмәй, кисен уйынға сыҡҡас та ҡыҙҙың эргәһенән эре генә үтеп-һүтеп йөрөй. Ҡыҙ бала уға хистәрен әйтә алмай ыҙалана.

      Шулай эре генә йөрөгәндә, Надежда исемле урыҫ ҡыҙы Нуриянды эләктереп ала. Ҡыҙҙың ҡармағына шул тиклем эләгә егет, ҡабат ысҡына ла алмай. Тиҙләтеп, көҙгө байлыҡта туйҙы яһап та ҡуялар. Нуриян совхозда, ҡатыны хат ташыусы булып эшләйҙәр. Матур ғына донъя көтәләр, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Олоғая килгән Нурияндың күңеле генә нисектер бошона, үткәндәргә үкенес йөрәген семетеп-семетеп ала. Ҡайһы саҡта кеше күрмәгәндә күҙ йәшенә лә рөхсәт итә ул.

      Етмешен ҡыуалағанда ҡапыл ғына ауырып түшәккә ята Нуриян. Һуңғы көндәре ҡалып барғанын һиҙеп, ағай-энеһенә, бигерәк тә өйләнмәгән, кейәүгә сыҡмаған йәштәргә васыят итеп шулай ти: «Йәш саҡта белмәйһең дә, уйламайһың да, йүләрлек тә көслө була. Атай-әсәйҙе лә тыңламай китәһең. Минең дә әсәйем менән атайым мине урыҫ ҡыҙына өйләнеүемде өнәп еткермәнеләр. Йәшәй башлағас аңланым, тик һуң ине. Юҡ, Надежда менән беҙ һәйбәт йәшәнек, зарланырлыҡ түгел. Әммә миңә ғүмерем буйы үҙ телемдә һөйләшеп, бауырһаҡтар, ҡоймаҡтар менән сәй эсеү етмәне. Тыуған телемдә аралашыуға һыуһап йәшәнем. Ниндәй генә яҡшы кеше булмаһын үҙеңдекенә етмәй. Аш-һыу, традициялар икенсе, динебеҙ төрлө. Шуға йәштәр һеҙгә васыят итеп әйтәм, үҙ милләтеңә бар, үҙ милләтеңдән ал». Шунан ҡәнәғәт тауыш менән «Улымдың башҡорт ҡыҙына өйләнеүенә бик шатмын» - тип өҫтәп тә ҡуя.

. Нуриян ағай был яҡты донъяларҙа юҡ инде, тик уның васыятын күптәр иҫләй, балаларына еткерә. Исемдәр үҙгәртелде.  

 Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас