

Сиратлап ауылдың ыуаҡ малын көткән мәл. Минең йәшерәк саҡ. Көн кискә ауышты, кәзә-һарыҡ йылға буйына төшә башланы. Миңә уларҙы йыйып алып ҡайтыр кәрәк. Арттарынан шәберәк атлап етеп килгәндә, малдарым ҡапыл өркөп ҡаса башланы. Оҙон үлән араһынан бер ҡап-ҡара нәмә берсә осоп, берсә боҫоп малды баҫтыра. Был эткә лә, башҡа хайуанға ла оҡшамаған. Башта бер генә уй: ен! Киттем йүгереп арттарынан таяғымды күтәреп, донъя яңғыратып бахыр ендең ата-әсәһен, барса тоҡомон ҡалдырмай һүгенеп әрләп. Малдар шәп ҡаса, баяғы нәмә уларҙан ҡалмай, мин дә шәп йүгерәм. Ҡыҙ сағымдан йүгереп ярышырға ярата инем. Ағаслыҡҡа етә малдар ҡапыл туҡтаны. Баяғы ен тигәнем дә туҡтаны. Мин килеп етеп таяғым менән киҙәнеп һуғып ебәрҙем дә, шартылдата тибеп ебәрһәм, аяғыма эленде лә ҡуйҙы. Ҡот осто. Эйелеп ҡараһам, ҡап-ҡара ирҙәр трусигы. Уныһы балыҡ тота торған жилкаға эләккән. Икенсе осо һарыҡ тояғына сырмалған. Шулай итеп, мин дә ен күрҙем.
Авторы билдәһеҙ.
"Сәйер донъя" төркөмөнән.
Фото архивтан.